Новости
22 Февраль 2020, 06:10

Баланың күҙһеҙ ҡалыуында кем ғәйепле?

Балаларҙың шуҡлығы арҡаһында алты йәшлек малай күҙһеҙ ҡалды. Был хәл ярты йыл элек була: өс бала ташландыҡ урында уйнап йөрөгән һәм шунда телевизор кинескобын тапҡан. Ул малайҙарҙың ҡулында шартлаған, ярсыҡтары иң бәләкәйҙәре Севаның күҙенә тейгән. Һөҙөмтәлә уның күҙенең селтәрле шекәрәһе яралана һәм ирене ярыла.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баланың уң күҙе башҡаса күрмәйәсәк. Малайҙың әсәһе барыһында ла 12 йәшлек малайҙы ғәйепләй. Улар был мәсьәлә буйына полицияға ла мөрәжәғәт иткән, тик хоҡуҡ һаҡсылары енәйәт эше ҡуҙғатмаған.
– Ул малайҙан һорау алдылар, тик 12 йәшлек бала йәшәгән адресын да әйтә алмай. Шаһиттарҙан да һорау алынмаған. Полиция ошоға тиклем ул малайҙың ата-әсәһенең кемлеген асыҡларға теләмәй. Был миңә судҡа биреү өсөн кәрәк, – ти малайҙың әсәһе Светлана Боркова.
Билдәле булыуынса, 12 йәшлек үҫмер Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәй һәм Башҡортостанға каникулға тик йәй көндәре генә килә. Ул Иглин районында йәшәгән өләсәһендә ял итә. “Вash.news” порталы хәбәрселәре малайҙың әсәһе менән дә һөйләшкән. Уның фекеренсә, был - бәхетһеҙ осраҡ, тәфтиш үткәрелгән һәм һәр кемдән һорау алғандар.
– Улар был кинескопты өсәүләп күтәргән һәм береһе төшөрөп ебәргән. Полиция беҙгә ике тапҡыр килде. Беҙ бөтәбеҙ ҙә баҡсасылар ширҡәтендә йәшәйбеҙ. Улар беҙҙең өйҙөң ҡайҙа икәнлеген яҡшы белә, – тигән Елена Петрова.
Юристар фекеренсә, судҡа биреп, 12 йәшлек үҫмерҙең вәкилдәренән ниндәй ҙә булһа аҡса алырға тырышыуҙан бер мәғәнә лә юҡ. Баланың ҡылығында енәйәт эҙе юҡ.
Ә был ваҡытта табиптар Севаның һаулығы буйынса күңелһеҙ фараздар бирә. Улар әле баланың күҙен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күреү һәләтен ҡайтарып булмаясаҡ. Ярты йыл эсендә Борковтар ғаиләһе ниндәй генә табиптарҙа булмаған, Мәскәүгә лә барып еткән. Белгестәр һәм дарыуҙар өсөн генә уларҙың 100 мең һумдан ашыу аҡсаһы киткән.
Балаларҙың уйнап йөрөп, йәрәхәт алыуында кемде генә ғәйепләйһең инде?..
Фото: bash.news
Читайте нас