Дәһшәтле йылдарҙың тере легендаһы Зәки Дәүләткирәев – ауылдың иң абруйлы уҙамандарының береһе. Олатайға һуғыш осороноң ауыр мәлдәрен үҙ иңендә татырға, ҡанлы бәрелештәрҙә булырға, фронтта төрлө михнәтле ауырлыҡтарҙы үтергә тура килә. Әммә йәшәүгә ышанысы, тыуған яғына иҫән-имен әйләнеп ҡайтыу теләге уға бар һынауҙарҙы йырып сығырға көс һәм дәрт бирә. Әле ул – балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәгән бәхетле атай һәм олатай.
Бөгөн исеме генә түгел, нигеҙе лә булмаған Мәғәз ауылында донъяға килгән Зәки Шәһимгәрәй улының бала сағы ауырлыҡта үтә. Хәмит ауылынан һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Мәғәздә ул ваҡытта быяла заводы була. Халыҡтың күбеһе шунда эшләй, илдә колхозлашыу осоро бара.
– Атайымды байҙың атын ер һөрөүгә алғаны өсөн генә атып үлтерәләр. Ул ваҡытта миңә ни бары ете йәш була. Әсәйем икенсе кешегә тормошҡа сығып, Үтәгәнгә күсенә. Олатайым тәрбиәһендә үҫтем мин, ул мине һәр саҡ яҡлап, ҡурсалап тәрбиәләне, һәр саҡ янында йөрөттө, – тип бала сағын хәтерләй ветеран.
Олатаһы янында малай бөтә эште күреп, белеп үҫә. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, өйрәнгәнең ҡасан да булһа үҙеңә ярҙам итер, тип ҡулы оҫта ейәнен һәр саҡ дәртләндереп тороуы ла Зәкигә дәрт һәм сәм өҫтәмәй ҡалмағандыр. Ысынлап та, тиҫтерҙәренән айырмалы рәүештә ул сана, ҡумыҙ эшләргә өйрәнә, аҙаҡ итек тегеү серен үҙләштерә, ә ағас эшен айырыуса ҙур кинәнес менән башҡара.
Бәләкәйҙән ҡара эштә быуындары нығынып, тиҙ егет ҡорона ингән Зәки Шәһимгәрәй улы илебеҙгә дошман ябырылған мәлдә Әүжәндә ағас ҡырҡыуҙа йөрөй. Тыуған илде немец илбаҫарҙарынан һаҡларға теләп, үҙен фронтҡа алыуҙарын һорай. Әммә йәше етмәү сәбәпле, егеткә 1942 йылдың аҙағында ғына ил һағына баҫырға сират етә. 17 йәшлек егет тубыҡтан ҡар кисеп, Ҡырҡты тауы аша Асҡарға килә, артабан уларҙы Өфөгә оҙаталар. Буласаҡ һалдаттар үҙҙәрен ҡайҙа юлланыуҙарын да белмәй, туҡланыу ҙа насар була. Поезд тәгәрмәстәренең тыҡылдауына ойоп, уның туҡтауына уянып, әллә нисә тәүлек буйы фронтҡа баралар.
Мыҡты кәүҙәле, физик яҡтан әҙерлекле Ҡырҙас егете 1942 йылдың декабренән 1944 йылдың сентябренә тиклем 15-се айырым пулеметсылар ротаһы составында пулеметсы-тоҫҡаусы булып хәрби юл үтә. Снарядтар ярылыуы, бомбалар шартлауы ветерандың һаулығына ла зыян итмәй ҡалмай, әле уның ҡолағы насарыраҡ ишетә. Яҡындарын юғалтыуы, дуҫтарының һәләк булыуы, дошмандың шул тиклем әҙерлекле булыуы, ҡеүәтле техника, һуғыш кәрәк-ярағы менән тулыһынса тәьмин ителеүе хаҡында бәйән иткәндә, ветерандың күҙҙәре йәшкә мансылды. Хәтер ебен тағатыуы уға еңелдән түгел ине.
Күптән көткән “Еңеү” һүҙен ишеткәс тә, Зәки Дәүләткирәевкә тыуған яғына ҡайтыу бәхете эләкмәй, уларҙы Алыҫ Көнсығышҡа япондарға ҡаршы һуғышҡа оҙаталар. Бында ул 53-сө айырым пулеметсылар батальоны составында хеҙмәт итә.
“Хоҙай араланы мине, күҙмә-күҙ үлем менән осрашҡан саҡта ла ут эсенән имен-һау сығырға яҙҙы. Ҡайһы саҡта уйлап та ҡуям, оҙон ғүмер кисереүемдең сере – шул саҡтарҙа ут-яуҙарҙа имен ҡалһам, йәшәүемдең ҡәҙерен белеп, матур донъя көтөрмөн тигән теләгемдең көслө булыуынандыр”, – ти ветеран.
1947 йылда күкрәгендә орден-миҙалдарын сыңлатып тыуған яғына ҡайтып төшә ул. Һуғыштан һуң һәр ерҙә ауырлыҡтар, емереклек хөкөм һөрә, ауыл ерендә ир-ат ҡулы етешмәй. Фронттан еңеп ҡайтҡан һалдатты икенсе көнөнә үк ферма мөдире итеп тәғәйенләп ҡуялар. Намыҫлы, үҙ эшенә талапсан ҡараған етәксе эшселәренән дә шуны талап итә. Тиҙ арала ул етәкләгән ферма районда ғына түгел, республикала алдынғы урынға сыға. Зәки Дәүләткирәев бер нисә тапҡыр республика кимәлендә иң алдынғы эшселәр слетында ҡатнаша, фоторәсеме “Почет таҡтаһы”нан төшмәй.
Буранғол ауылы һылыуы Мәфрүзә исемле ҡыҙға өйләнә, улдары Сәхи донъяға килә. Әммә бәхетле ғүмер кисерергә тура килмәй уға, кәләше йәшләй генә вафат була. Дәүләт ауылынан Мәрзиә исемле ҡыҙҙы кәләшлеккә алып, ғаилә Ҡырҙас ауылына күсеп ҡайта һәм ошонда төпләнә. Тормоштарын йәмләп, бер-бер артлы ике ҡыҙҙары тыуа. Бөгөн ул кесе ҡыҙы Ишһылыу менән бергә йәшәй. “Әсәйем баҡыйлыҡҡа күскәс, Магнитогорск ҡалаһында йәшәп ятҡан еремдән атайымды ҡарарға ҡайттым. Егерме йыл ваҡыт үтеп тә китте. Атайым менән әсәйем бик татыу йәшәне һәм беҙҙе үҙ өлгөләрендә тәрбиәләне. Атайым эшкә шул тиклем әрһеҙ һәм маһир булды, ҡулынан килмәгән бер эш тә юҡ. Күпләп мал тотто, ат яратты.
Колхоздың төрлө эшендә хеҙмәт итергә тура килһә лә, алдынғылар рәтенән бер ҙә төшмәне. Үҙ эшенә яуаплы ҡарауы, намыҫлы хеҙмәте менән ауылдаштары араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙанды. Һуңғы йылдарҙа ауыл көтөүен көттө, ауылдаштары бик ныҡ үтенеп һорағас, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәр яҙ яланға сығыр ине.
85 йәшенә тиклем һыбай йөрөнө, атын бөтөргәненә лә өс йыл тирәһе генә. Әле лә бар йомошона үҙе йөрөй. Кәңәш биреп, атай һүҙен әйтеп, ейән-ейәнсәрҙәренә өлгө булып, бүлә-бүләсәрҙәрен һөйөп, уларға ҡарап ҡыуанып ултыра. Еңеү көнөнә әҙерләнә башланы, костюмдарын ҡарап, бүлмәһендә эленгән фронтташ дуҫтарының рәсемдәренә бағып, хәтирәләргә бирелергә ярата ул”, – ти ҡыҙы.
Ветерандың бүлмәһендә гәзит-журналдар ғына түгел, китаптар ҙа урын алған.
– Китап уҡырға яратам, хатта төнөн дә гәзит-журналдар ҡарап ятам, – ти ветеран. – Бөгөн матур йәшәү өсөн шарттар ҙа, мөмкинлектәр ҙә етәрлек, тик тырышлыҡ ҡына кәрәк. Йәштәргә лә шуны әйтер инем: эштән ҡурҡмағыҙ, хеҙмәтте яратығыҙ, шул саҡта тормошоғоҙ ҙа күркәм, йәшәүегеҙ ҙә матур булыр.
Әйткәндәй, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын ауыл фельдшеры Рәзинә Ғәйзуллина ла үҙ иғтибарынан ситтә ҡалдырмай, һәр саҡ олатайҙың хәлен белешә, һаулығын ҡайғыртып тора.
Зәки Дәүләткирәевтең ете ейән-ейәнсәре һәм 10 бүлә-бүләсәре бар.
Әбйәлил районы.