Үҙ донъяһында ғына бикләнеп ятмай улар, йыл әйләнәһенә әллә күпме сара уҙғара, уртаҡ проблемаларҙы бергәләп хәл итеү юлын эҙләй. Нәҡ бына ошо берҙәмлек, тырышлыҡ арҡаһында ботайҙар конкурстың район этабында еңеп сығып, ауылдарының үҫешенә үҙҙәренең өлөшөн индерҙе лә инде. Яуланған 100 мең һум аҡсаға улар һуғышта һәләк булған яугирҙәргә ҡуйылған стеланы кәртәләп, ауыл клубына ултырғыстар һатып аласаҡ.
Шуныһын да айырып әйтеп китергә кәрәк: Ботайҙа конкурс талаптарына ярашлы уҙғарылған саралар йырлап-бейеп күңел асыуға ғына ҡоролманы, ә ниндәйҙер социаль проблеманы хәл итеүгә, йәмәғәтселектең иғтибарын шуға йәлеп итеүгә йүнәлтелде.
Күрше Егәҙе ауылы депутаты, эшҡыуар Ришат Мөхәмәтвәлиевтең күсе менән дадан һатып алып, үҙ эштәрен башлау өсөн Өмөтбай ауылы егеттәренә бүләк итеүе лә кемдәндер өмөт итмәй, эшһеҙлек проблемаһын көстәренән килгәнсә үҙаллы хәл итеп булыуын күрһәтте. Ботайҙарҙың ҡорот әҙерләү буйынса оҫта булыуы, улар әҙерләгән ризыҡты Санкт-Петербург, Мәскәү, Ҡаҙағстан һәм хатта Кипр, Индонезиянан да заказ биреп алдырыуҙары хәҙер инде бар республикаға мәғлүм. Глобалләштереү, ҡулайлаштырыу заманына һылтанып үткәндәренән, боронғоһонан баш тартмай ботайҙар. Ата-бабаларынан ҡалған элекке кәсептәрен бөгөн дә оҫта файҙаланып донъяһын нығыта, балалар үҫтерә.
Ошо көндәрҙә, үҙҙәренең йәшәйешен, көнкүрешен күрһәтеү маҡсатында, тағы ла бер тапҡыр оло ҡунаҡ йыйҙы улар. “Таяныс та, тоғро дуҫ та төпкөл ауылда аттар” тип аталды ауылда ойошторолған байрам. Ботайҙар саҡырылған ҡунаҡтарҙы хөрмәтләп, боронғо ғәҙәт буйынса егелгән аттар менән ҡаршы алды. Эйе, донъя үҙгәрә, тормош алға китә, башҡорттоң юлдашы ла, яуҙашы ла – иң яҡын ярҙамсыһы булған аттар, үкенескә ҡаршы, тормош ҡуласаһынан яйлап төшөп ҡала бара. Улар урынына алмашҡа заманса ҡеүәтле техника, затлы сит ил транспорты килә. Әммә Ботайҙа халҡыбыҙҙың ҡото, даны булған аттарҙың бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмауы, хужалыҡтағы төп ярҙамсы ла, иҡтисади яҡтан файҙалы килем сығанағы ла булыуы ҙур ҡыуаныс тыуҙыра.
Матур итеп биҙәп егелгән аттар һәм күңелле көйҙәр байрамға йәм өҫтәне. Барыһы ла клуб ихатаһы алдында ҡыҙыҡлы конкурстарҙа ҡатнашып, ат туғарып егә белеүҙә оҫталығын күрһәткәс, Марат Ҡотлобаев ауыл тормошонда аттың тотҡан урыны тураһында һөйләне. Ысынлап та, ботайҙар һаман да ат егеп утын, бесән ташый, ер һөрә, картуф күмә, күрепкә тейәп ҡар түгә. Бының өсөн кәрәкле ҡулайламаларҙы ла үҙҙәренең оҫталары эшләй. Саҡырылған ҡунаҡтар бының нәҡ шулай булыуына Марат Ҡотлобаев, Әбүзәр Фәйзуллин, Фәрит Ирғәлин, Фәрит Ғәзизов ағайҙар һәм Нәфисә Ғәләметдинова апай күрһәткән оҫталыҡ дәрестәрен ҡарап ышанды. Улар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күреп үреү, септә һуғыу, арҡан, ышлыя ишеү, дуға бөгөү, эйәр аҫтына үңлек баҫыу һәм бөгөн ҡайһы берәүҙәр онотоп та бөткән тағы ла әллә күпме шөғөлдәр, уларҙы эшләү серҙәре менән танышты.
Заманалар, ваҡыт үҙгәреү менән был әйберҙәрҙе эшләгән сеймал сығанағы ла яйлап үҙгәрә, әлбиттә. Мәҫәлән, һалабаш, йүкә урынына хәҙер синтетик шпагаттар, йөн урынына синтепон ҡулланыу ғәҙәткә ингән. Тик нисек кенә булмаһын, был шөғөлдәр Ботайҙа бөгөнгәсә һаҡланған һәм хужалыҡта әле лә киң ҡулланыла. Оҫталар эшләгән сана табандары, дуға-ышлыялар, септәләр әҙме-күпме дәрәжәлә килем дә килтерә.
Бөгөн әллә күпмегә алға киткән илдәр үҙҙәренә иғтибар йәлеп итеү, туристар һанын күбәйтеп иҡтисадын нығытыу өсөн нимә генә ҡыланмай. Үҙенең тарихына һәм милләтенә хас булмаған, бөгөнгө көнкүрешенә туранан-тура бәйләнмәгән йылҡы менән һыбайлылар маршруты ла ойоштора, ат өҫтөндә төрлө уйындар үткәреп тамаша ла яһай. Ә беҙҙә аҙым һайын легенда, баҫҡан һайын тарих, кемдекендер үҙләштерергә, нимәлер уйлап сығарырға кәрәкмәй. Бары тик булғанды һаҡлап, дөрөҫ файҙалана бел, мәнфәғәтен күр.
Тарихи сығанаҡтар күрһәтеүенсә, Ботайҙа элек-электән урмансылыҡ, ҡортсолоҡ, малсылыҡ төп шөғөл булып торған. Ошо кәсептәрҙең бөгөн дә һаҡланып ҡалыуы, хәләл көсө менән донъя көткән ауылдаштарҙың килем сығанағы булып тороуы, әлбиттә, маҡтауға лайыҡ. Үткәндәребеҙҙән йөҙ бормай, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе хөрмәт итеп, ғәмле, сәмле булғанда, үҙ атыбыҙҙан төшөп кеше арбаһына ла ултырмаҫбыҙ, үҙебеҙҙекен башҡаларға ла тоттормаҫбыҙ тигән ышаныс нығыны.
Белорет районы