“Көслө ҡар яуыуы һәм буран бинаға ингән урындағы фасад япмаһы козырегына еүеш ҡар йыйылыуына килтерҙе. Өҫтәп түбәнән төшкән ҡар ауырлығын козырек күтәрә алманы.
Козыректы ҡарҙан даими таҙартып торҙоҡ, шуға ҡарамаҫтан үҙемдән яуаплылыҡты алмайым, әммә төҙөүселәргә лә дәғүәләр күп. Комиссия барыһын да тикшереп, инцидент сәбәбен асыҡлар”, - тип аңлатма бирә мәктәп директоры Әхәт Әбдрәхимов.
РБ буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, козырек емерелгән урын мәктәп хеҙмәткәрҙәре тарафынан таҙартылған, ремонт тураһында мәсьәлә хәл ителә.
Фото: РБ буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан