Ул Санкин менән килеп тыуған хәлде мәғәнәһеҙлек тип иҫәпләй. Адвокат Санкин енәйәт яуаплылығына тарттырылырға тейеш түгел, ә наградаға һәм маҡтауға лайыҡ, шуға ла ундай кешене яҡлау – бурыс тип белдерә.
Педофил балаларға ағзаларын күрһәтергә ҡушҡан, улар баш тартҡас, балта менән янай башлаған. "Башында берәй уй тыуып, ул баланы турап ҡуйһа? Беҙ маньяктар хаҡында әҙ беләбеҙме?" – ти Шота Горгадзе.
Адвокат Владимир Санкинды тулыһынса аҡлауға өлгәшергә ниәтләнә. Статьяны "Үлтереү"гә үҙгәртертеүҙәре бар, тип хәүефләнә ул. Әле Санкин өйөндә һаҡ аҫтында ҡала. Ул рухи яҡтан ныҡ һәм үҙенең ғәйепһеҙ булыуын иҫбатлай алырына ышана.
Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы етәксеһе Денис Чернятьев журналистар менән осрашҡан саҡта был эшкә ҡарата аңлатмаһында әле тикшереү барыуы, ике енәйәт эше ҡуҙғатылыуы хаҡында һөйләне. Бындай осраҡта журналистарҙың тәфтиш органдарынан рәсми комментарий алыуҙарын һораны.