Новости
21 Февраля 2020, 08:10

"Тәмәкеһеҙ ҡайтып инә күрмә, үлтерәм!"

Иртәнге сәғәт һигеҙ тирәһендә улым менән эшкә барырға тип машинаға ултырырға йөрөгәндә, беҙҙең янға оло йәштәрҙәге ҡатын килде.

- Был магазин ҡасан эшләй башлай икән? Тәмәке алырға ине, - тине ул. Мин, уны-быны уйламайынса, апайҙы оялтырға теләп:

- Оло башығыҙ менән таң менән тәмәке эҙләп йөрөйһөгөҙ. Оят түгелме һеҙгә? - тинем.

Тик апай шым ғына: "Үҙемә түгел шул, өйҙә ауырып ятҡан улыма кәрәк ине", - тине. Мин аптырау ҡатыш: "Нишләп ул үҙе сығып алмай һуң, аяғы юҡмы әллә?" - тип ныҡыштым.
"Эй... кисә дуҫтары менән эскәйнеләр шул, әле бахмурҙан ята, минән тәмәке таптыра. Тәмәкеһеҙ ҡайтып инә күрмә, үлтерәм, тип янаны..."

Шым ҡалдым... Апайға яҡынса 80 йәш барҙыр, тимәк, улы 45-50 йәштәр тирәһендәлер.
- Улығыҙ эшләйме һуң?
- Юҡ, ун йылдан ашыу буш. Төҙөлөштә эшләгәйне былай, әле минең 11 мең һум пенсияға йәшәйбеҙ шунда. Әйтеп тә ҡараным, тыңламай шул, әшнәләре менән көнө-төнө эсеп тик ята, - тип күҙ йәштәренә ирек бирҙе апай.

Иргә ҡарата нәфрәтем ҡабынды. "Эх, шайтан алғыры, эшләмәйенсә, араҡы эсеп, ҡарт әсәйеңде урамға тәмәке артынан сығарып, йылы өйҙә ятаһыңмы, оятһыҙ?! Киреһенсә, һиңә ғүмер бүләк иткән ғәзизеңде тәрбиәләйһе урынға, унан көлөп..."

- Ғаиләһе юҡмы ни, ҡатыны барҙыр, моғайын...
- Ваҡытында матур ғына йәшәнеләр, ике балалары бар. Тик эштән китеп, араҡы менән мауыға башлағас, киленем балаларын алып ауылына ҡайтты ла китте. Кемдең эскән ир менән йәшәгеһе килһен инде? - тип ҡуйҙы апай. Унан ҡабаланып китеп барҙы. - Ярай, берәй магазин асылғандыр, тиҙерәк тәмәке алырға ла ҡайтырға кәрәк. Улым зар-интизар булғандыр инде...

Ә мин уйға баттым. Һаман булһа балам тип өҙөлөп торған инәйҙе йәлләнем, күрмәгән-белмәгән иргә нәфрәтләндем... Кем ғәйепле һуң был хәлдә?
Әсәйҙәрҙең ҡәҙерен белһәксе...
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас