Сара Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды. Уны ойоштороуҙа колледж хеҙмәткәрҙәре генә түгел, Шаран ауылындағы үҙәк район китапханаһы ла күп көс һалған.
“Шундай һөнәр бар – Ватанды һаҡлау!” тип аталған кисәлә колледж уҡыусылары ихлас ҡатнашты, ҡунаҡтарҙың илһөйәрлек тойғоһона һуғарылған фәһемле иҫтәлектәрен тыңланы.
Шарандағы урта уҡыу йорто Туймазы агросәнәғәт колледжының филиалы булып тора, ике тиҫтә йылдан ашыу ауыл сәнәғәте өсөн белгестәр әҙерләй. Ошо йылдар эсендә уны өс меңгә яҡын кеше тамамлаған.
Фото: Шаран районы хакимиәте сайтынан.