Әле яңыраҡ ҡына урамда һөткә ҡойонған ҡыҙ, халатта ғына магазинда йөрөгән егет хаҡында онотоп та өлгөрмәнек, социаль селтәрҙәргә йәнә видео һалғандар: ошо ҡала егетен скотч менән бәйләп, машина башына һалып урам буйлап йөрөткәндәр.
Күренеүенсә, ике егет өсөнсөһөн тәүҙә скотч менән урай, унан машина башына һалып, ҡала буйлап алып сығып китә. Бошмаҫ йөҙҙәргә ҡарағанда, шатлыҡлы музыка яңғырауын иҫәпкә алғанда, бының бары тик көлкө, күңел асыу өсөн эшләнгән икәнлеге күренә.
Интернеттан файҙаланыусылар был аҙымды тәнҡитләп, балаларға кире йоғонто яһауҙы билдәләй. "Ниндәй өлгө күрһәтәһегеҙ һеҙ йәш быуынға?" - тип өндәшә улар "шуҡ" әҙәмдәргә.
Фото: "Бәйләнештә"ге видеонан скриншот.