Новости
21 Февраль 2020, 08:25

Иртәгә көн ниндәй булыр?

Синоптиктарҙың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 21 февралдә республикала төндә урыны менән ҡар яуыуы көтөлә, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 3-8, аяҙытҡанда 13 градусҡа тиклем һалҡын, көндөҙ 1 градус йылынан 4 градусҡа тиклем һалҡын була. Юлдың айырым участкаларында боҙлауыҡ.

22 февралдә һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы күҙаллана, бер аҙ ҡар яуа. Температура төндә 4-9, аяҙытҡанда 12-17, көндөҙ 0-дән 5 градусҡа тиклем һалҡын булыуы көтөлә.
Читайте нас