Новости
21 Февраль 2020, 05:35

Өфөлә иҫке йорттарҙың хужаларын нимә көтә?

Өфө ҡалаһының Октябрь революцияһы урамындағы иҫке йорттарҙан кешеләрҙе күсереү өсөн 15 мең квадрат метр самаһы торлаҡ кәрәк буласаҡ.

Был муниципаль торлаҡ майҙанында йәшәүсе кешеләргә ҡағыла. Закон буйынса, уларға социаль найм килешеүенә ярашлы, шундай уҡ майҙандағы торлаҡ ошо уҡ ҡаланан һәм бөтә уңайлыҡтары булған йорттан бирелергә тейеш. Өфөләге баҙар хаҡтарын иҫәпкә алғанда (2019 йылдың IV кварталында бер квадрат майҙанға – 43437 һум), бының өсөн 651,5 млн һумдан ашыу аҡса кәрәк.
Был урам күптән емерек хәлдәге йорттан күсереү буйынса адреслы программаға индерелгән. Уны йәнә 2021 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтҡандар. Әгәр ҙә ошо ваҡыт эсендә кешеләрҙе күсереп өлгөрмәһәләр ул тағы ла алға күсереләсәк.
Мәҙәни мираҫ статусына эйә булған 36 күп ҡатлы йортто (№№ 10/1, 10/2, 15, 16, 17, 18, 19, 20, 20, 20/1, 21, 21/1, 22, 23, 23/1, 24, 27, 39/1, 31/1, 32, 37, 38, 47, 48, 49, 50, 51, 53/1, 56, 57/1, 58, 58/1, 60, 60б, 62, 72/2) бушатыу ҙа күҙаллана. Уларҙы емерергә ярамай, ә теләүселәргә реставрацияға һәм ҡуртымға биреү күҙаллана.
Фото:Башинформ.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/f-l-i-ke-yorttar-i-hugalarin-nim-k-t-131431/
Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас