Новости
21 Февраль 2020, 07:59

Еңеүгә табан – 27 миллион аҙым

“Спутник ФМ” радиостанцияһы быйыл да “Еңеү өсөн 27 миллион аҙым” акцияһын үткәрәсәк. Сара 23 февралдә башлана һәм 9 майға тиклем дауам итәсәк. Ошо ваҡыт эсендә Башҡортостан һәм унан ситтә йәшәгән бар донъя кешеләре Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған олатай-өләсәйҙәрен иҫкә алып үтә ала.

Акцияның үҙенсәлектәре тураһында “Спутник ФМ” радиостанцияһының баш мөхәррире Роза Төхбәтова менән алып барыусы Лилиә Шакирова һөйләне. Ни өсөн тап 27 миллион аҙым? Был символик һан Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған 27 миллион ватандашыбыҙ иҫтәлегенә һайланған.

Алдан билдәләп китеүебеҙсә, акция былтыр ҙа үткәрелде. Унда 29 миллиондан ашыу аҙым яһалған. Акцияға Башҡортостандан тыш Рәсәй төбәктәре һәм бик күп сит илдәр ҡушылған. Улар араһында Германия, Франция, Италия, Ҡытай, АҠШ, Гватемала һәм башҡалар бар. Билдәле кешеләрҙән Владимир Жириновский, Эльвира Айытҡолова, Митя Фомин, Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Сергей Приказчиков, Айҙар Ғәлимов, Роберт Юлдашев һәм башҡалар ҡатнашҡан.

Быйыл иһә ойоштороусылар виртуаль аҙымдар менән генә сикләнмәй, ысын автоуҙыш үткәрмәксе. Ул 1 майҙа башланасаҡ һәм илдең герой-ҡалалары, күпләп хәрбиҙәр күмелгән изге урындар аша үтеп, 9 майҙа Берлин ҡалаһында тамамланасаҡ.

– Беҙ бер кемде лә был акцияла көсләп ҡатнаштырмайбыҙ. Һәр кем күңеле ҡушыуы буйынса, үҙенең теләге буйынса килә. Ни бары атлап уҙғанда һуғышта ҡатнашҡан яҡын туғаныңды хәтерләргә һәм кис көнө акцияның рәсми сайтында аҙымдарығыҙҙы теркәргә генә кәрәк. Былтыр кешеләрҙең бик ихлас ҡатнашыуын һәм быйыл да дауам итеүҙе һорауын иҫәпкә алғанда, сара бик популяр булыр тип ышанабыҙ, – тине Роза Төхбәтова.

Акцияла ҡатнашырға теләһәгеҙ, pobeda.sputnik.fm сайтына инегеҙ һәм аҙымдарығыҙҙы теркәгеҙ.
Читайте нас