Унда донъя мәғариф рейтингтарында төбәкте танытыу, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерләнеү, “Мәктәп Фольклориадаһы”н үткәреү мәсьәләләре тикшерелде.
Төбәк Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская мәғариф темаһы буйынса “Инцидент менеджмент” системаһы теркәгән мөрәжәғәттәр күләменең ғинуар менән сағыштырғанда артыуын билдәләне. Граждандарҙы авария хәлендәге мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын төҙөкләндереү, яңы мәғариф учреждениелары төҙөү мәсьәләләре борсой. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһында муниципаль ҡаҙнала аҡса етмәү сәбәпле, ҡайһы бер мәктәптәрҙең, балалар баҡсаларының ҡыйығын йүнәтеүгә бәйле ҡыйынлыҡ тыуған. Был эшкә 34 миллион һумға яҡын аҡса кәрәк. Радий Хәбиров Мәғариф министрлығына экономияланған аҡсаны Салауатҡа бүлергә ҡушты.
Кәңәшмәлә мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу темаһы ла күтәрелде. Әбйәлил районында уҡыусыларға иҫкергән татлы эремсек ашатыуҙары тураһында ла һүҙ булды.
– Мәктәптә туҡланыу мәсьәләһен айырым контролдә тотам, – тине төбәк Башлығы. – Мәктәптәргә сифатһыҙ ризыҡтар ташыусылар менән килешеүҙе өҙәсәкбеҙ.
Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин донъя мәғариф рейтингтарын төҙөү, Башҡортостан уҡыусылары һәм уҡытыусыларының төрлө халыҡ-ара тикшеренеүҙәрҙә ҡатнашыуы тураһында һөйләне. Мәғарифты үҫтереү институты ректоры вазифаһын башҡарыусы Азат Йәнгиров иһә учреждение эшмәкәрлегендә көтөлгән үҙгәрештәр, ә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров “Мәктәп Фольклориадаһы”н ойоштороу хаҡында хәбәр итте.
Кәңәшмәлә шулай уҡ мәктәптәрҙең биш көнлөк уҡыуға күсеүенең һәм тематик өмәләр үткәреүҙең арауыҡтағы йомғаҡтары тикшерелде. Төбәк етәксеһе Өфөнөң Яр буйы урамындағы балалар баҡсаһының ваҡытында сафҡа индерелмәүен ҡаты тәнҡитләне.
– 1 сентябргә ҡала балалар баҡсаһын төҙөүселәрҙән ҡабул итмәһә, Өфө мэрияһының эшкә һәләтлелеге һәм етәкселәрҙең шәхси яуаплылығы тураһындағы мәсьәләне күтәрәсәкмен, – тине Радий Фәрит улы. – Был төҙөлөш ойошмаһы бөтә Өфө буйынса торлаҡ йорттар һала, ә бында эше барып сыҡмай. Бер баҡсаны тапшыра алмай – хурлыҡ!
Сарала ҡатнашыусылар 28 февралдә Өфөлә үтәсәк “Юғарыға ос!” икенсе мәктәп форумын үткәреү буйынса ла фекер алышты.