Новости
20 Февраль 2020, 06:06

Юғалған үҫмер ҡайҙа булған?

Кисә социаль селтәрҙәрҙә баш ҡалала юғалған 12 йәшлек малай хаҡында мәғлүмәт хәбәр ителгәйне.

Үҫмерҙең билдәһеҙлектән һәм борсолоуҙан нимә эшләргә белмәгән яҡындары йәмәғәтселектән, хоҡуҡ һаҡлау органдарынан ярҙам һораған. Бала 17 февралдә көндөҙ Затон биҫтәһендә урынлашҡан йортонан сығып киткән.
“Комсомольская правда” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, бөгөн иртән малайҙың әсәһе шатлыҡлы хәбәр еткергән: улы иҫән-һау, табылған.
Баҡһаң, үҫмер быға тиклем ғаиләләре менән йәшәгән Иглин ауылына юлланған. Дуҫына барған. Уның яҡындары иһә ҡасҡалаҡтың яҡындарына шылтыратып ҡайҙалығын хәбәр иткән.
Бына шулай, бәғзе саҡта үҫмерҙәрҙең башына ниндәй уй килеүен белеп булмай. Был ваҡиғаның ыңғай тамамланыуына һөйөнөргә генә ҡала. Балалар менән даими һөйләшеп, ярамаған ҡылыҡтар хаҡында иҫкәртеп тороу кәрәктер.
Фото: ufa.kp.ru
Читайте нас