Новости
20 Февраль 2020, 06:13

Ҡыҙыбыҙҙы мыҫҡыл итте тип...

Әбйәлил районынан бер атай кешенең үҙ ҡыҙын мәсхәрәләүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Әлбиттә, кеше ышанмаҫлыҡ ваҡиға күптәрҙе тетрәндерҙе. Әле был ваҡиға буйынса күп кенә аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡҡан, яңы версиялар ҙа бар.

Полицияға күп балалы ирҙең ҡатыны, йәнәһе, 12 йәшлек ҡыҙҙарын атаһы мәсхәрәләне тип мөрәжәғәт итә.
Туғандары уларҙың был көндө кредит арҡаһында тиргәшкәндәрен ишетә. Баҡтиһәң, шик аҫтындағы ирҙең бер туған һеңлеһе кредитҡа машина һатып ала, тик ни сәбәптәндер кредитын түләй алмай. Шуға ла машинаһын ағаһына бүләк итә. Тегенеһе, үҙ сиратында, кредитта булған "бүләк"те ҡабул итә, әммә ҡатыны уның был ҡарарына ҡаршы була. Ире сираттағы бурысын түләргә тип, ғаилә ҡаҙнаһынан аҡса алып, банкка сығып киткәс, уны-быны уйламай ҡатыны хоҡуҡ һаҡлау органдарына, атаһы ҡыҙын мәсхәрәләне тип, ғариза менән мөрәжәғәт итә.

Ир был хаҡта ишетеп-белеп, ҡурҡыуға бирелә һәм ҡасып ҡотолмаҡсы булып, әсәһенә барып һыйына. Ирҙең туғандары, ҡатын ирен бер аҙ ҡурҡытып, ошондай юл менән "уҡытырға" уйлай, тип белдерә. Әммә уны полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала һәм хәлде асыҡлағанға тиклем, СИЗО-ға ябалар. Унда ир муйынындағы ҡан тамырҙарын киҫә. Бәхеткә күрә, табиптар ваҡытында уға медицина ярҙамы күрһәтә һәм үлемдән ҡотҡарып алып ҡала.

Шик аҫтындағы ирҙең туғаны ағаһының йортона барып, һеңлеһе менән һөйләшә, ә һеңлеһе иһә "атайым миңә теймәне, ҡағылманы" тип яуап бирә.

Ошо көндәрҙә ҡыҙ баланы Өфөгә экспертизаға алып киләләр. Ҡатын да үҙ һүҙҙәренән баш тартырға уйлаған, хәҙер уның үҙенә лә ялған күрһәтмәләр биргәне өсөн енәйәт эше янай. Уларҙың өсөһөн дә полиграфта тикшерәсәктәр. Шик аҫтындағы иргә адвокат тапҡандар.

– Ағайым яҡшы кеше, эсмәй, эшләп йөрөй. Өлгөлө ғаилә дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Ағайымдың бындай аҙым яһауына ышанмайым. Еңгәйем ағайымды ҡурҡытып алырға уйлағандыр, күрәһең. Хәлдең былай ҡабарып китеренә ул ышанмағандыр, - ти ирҙең туғандары.

Әлегә был аңлайышһыҙ ваҡиғаға нөктәне суд һәм тикшереү органдары ҡуйыр, моғайын.
Читайте нас