Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
20 Февраль 2020, 09:04
Тышта – “плюс”, аяҡ аҫтында – хаос...
Синоптиктарҙың фаразы буйынса алдағы көндәрҙә һауа торошо тағы ла үҙенсәлекле буласаҡ. Үҙенсәлекле тип нисә тапҡыр яҙҙыҡ инде. Ошо ла булдымы ҡыш?!
Ҡар, ямғыр, буран, боҙлауыҡ – барыһы бергә буталды. Бигерәк тә баш ҡала урамдары иҫте китәрә. Бына ошолор инде көндөң яманы.
Әммә, тышта эт тә йөрөрлөк тү-гел, тип өйҙә генә ултырмайбыҙ. Шуға ла иҫкәртәләр: һаҡ булығыҙ, зинһар!
Юлдарҙы таҙартыуын таҙарталар ҙа бит. Күренеп тора: бигүк өлгөрөп етмәйҙәр. Ә төпкөлөрәк урамдарға ҡар таҙартҡыс техниканың һуңғы тапҡыр ҡасан ингәнен дә белгән юҡ.
Өфө мэрияһынан әйтеп торалар: ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре мөмкин тиклем оператив эшләргә тырыша.
Юлдағылар үҙҙәре лә тәртиплерәк йөрөһөн, тиҙлек режимын боҙмаһын.
Бер нисә телефонды хәтерҙә (ҡул осонда) тотоу ҙа ҡамасауламаҫ. Әгәр ҙә йортоғоҙҙоң ҡыйығында боҙбармаҡ аҫылынып торһа йә ҡар ятһа, үҙегеҙҙең идара компанияһына шылтыратығыҙ.
“Торлаҡ хужалығы идаралығы“ның үҙәк диспетчер телефоны:
8 (347) 235-48-00.
Юл таҙартыу буйынса телефон (Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы диспетчеры):
8 (347) 251-38-11.
Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәте номеры: 112.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Tishta--plyus--aya-a-tinda--haos-129762/
Фото:
ufacity.info
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"