Ул Бөйөк Ватан һуғышы алдынан ғына 1940 йылда Хәйбулла районының Аҡъяр ҡасабаһында тыуған. Аныҡ фәндәрҙе яҡшы белгәс, уға Мәскәү, Петербург кеүек ҡалаларҙың ҙур техник вуздарында уҡырға кәңәш итәләр, әммә ул ғаилә хәлен, йылдарҙың бик ауыр килеүен иҫәпкә алып, Ырымбурҙа юғары уҡыу йортон тамамлап, инженер булып китә. Буласаҡ ҡатыны, Ырымбур өлкәһе ҡыҙы Ғәлимә апай менән дә улар тап ошо ҡалала танышалар. Матур ғүмер юлы кисергән ғаиләлә өс ул үҫә. Үкенескә күрә, бөгөн уртансылары яҡты донъяла юҡ инде. Әммә олатай-өлөсәйҙе ҡыуандырып, ейәндәр, бүләләр үҫеп килә.
Ғүмерен партия эшенә бағышлаған Рауил Зәйнулла улына бер мәл: “Һин коммунист, нисек Аллаға ышаныһыңмы ни?” – тигән тип һораусылар ҙа табыла. Әммә бөгөн Өфө районының Ҡыҙыл Яр ауылында иман юлын тергеҙеү эше әүҙемселәренә ихлас ярҙам ҡулы һуҙған Рауил Дауытов һис аптырап ҡалмай: ”Мин Аллаға ышанмайым, мин Аллаға табынам!” – тип яуап бирә.
Был күркәм ағай хаҡында “Башҡортостан” гәзитенең киләһе һандарында уҡырһығыҙ! Әйткәндәй, ул бына инде ҡырҡы йылдан ашыу баҫмабыҙҙан айырылғаны юҡ. Ырымбур өлкәһендә йәшәгәндә лә “Башҡортостан” гәзитен алдырып уҡыған. Бөгөн баҫмалағы тәрән мәғәнәле мәҡәләләрҙе бик яратып уҡыйым, тине ул.