Новости
20 Февраль 2020, 09:01

Күршекәйе бөлдөргән...

Романтик күңелле 52 йәшлек бер ирекәй табын ҡороп, күрше ҡатынды ҡунаҡҡа саҡырған.

Уныһы инәлтеп тормаған, килгән.
Хужа әҙерәк эсеп алғас, йоҡлаған да киткән бит.
Күршекәйе әллә шуға үпкәләгән, әллә аҡсаһыҙ интеккән, һәр хәлдә ҡайтышлай ирҙең янсығын да үҙе менән бергә алған. Янсыҡта 14 меңдән ашыу аҡса ятҡан.
Ир уянғас, янсыҡтың юғалғанын аңғарып, күршеһе менән мөнәсәбәттәрҙе икәүҙән-икәү асыҡлап тормаған (ҡатынға ныҡ хәтере ҡалған, ахыры), полицияға ғариза яҙған.
Ҡатын аҡсаны урлағанын таныған. Танымай ҙа сараһы юҡ - унан башҡа фатирға инеп-сығып йөрөгән бәндә булмаған.
Был факт буйынса енәйәт эше асылған. Ә бит табын романтика менән һуғарылып, имен тамамлана ала ине...
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/K-rshek-ye-b-ld-rg-n-129915/
Читайте нас