Новости
20 Февраль 2020, 06:02

"Эйе, мин тауыштарҙы һатып алдым"

Рәсәйҙең сәхнә йондоҙо Алһыу Сафинаның ҡыҙы Микелла Абрамова менән Беренсе каналдағы “Тауыш” проекты араһында сыҡҡан низағты барыһы ла иҫләйҙер. Яҡташыбыҙҙы үҙенең ҡыҙына тауыштарҙы махсус һатып алыуҙа ғәйепләнеләр.

Алһыу Сафина күптән түгел Ксения Собчакка биргән видеоинтервьюһында быны таныны.
“Эйе, мин тауыштарҙы һатып алдым, әммә быларҙың барыһы ла Беренсе канал ҡағиҙәләренә ярашлы эшләнде”, – тине ул.
Ә киләһе һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң илап ебәрҙе: “Килеп сыҡҡан хәлдә мине иң ғазапландырғаны – үҙем дә аңғармаҫтан балама ауырлыҡтар килтереү. Был ҡылығыма бик үкенәм”.
Йырсының һүҙҙәре буйынса, ул бәйгенең бер ҡағиҙәһенә лә ҡаршы бармаған, “Тауыш”тың бөтә миҙгелдәрендә лә ҡатнашыусылар үҙҙәренә тауыштарҙы һатып ала.
“Мин шәхсән 40 СМС-хәбәр һатып алдым. Ике телефоным бар, шулар аша эштән бушаған мәлдәрҙә туҡтамай тауыш бирҙем, яҡындарымдың, дуҫтарымдың, таныштарымдың ярҙам итеүен һораным”, – тине Алһыу.
Фото: lenta.ru
Читайте нас