Новости
20 Февраль 2020, 11:48

Чекист Әминовтың Афған эпопеяһы

Яҡташыбыҙ (Стәрлебаш ауылынан), отставкалағы полковник Ринат Әминов - элегерәк илебеҙҙең Дәүләт хәүефһеҙлеге органдары хеҙмәткәре була. Бер нисә йыл хеҙмәте «ҡыҙыу нөктә»ләрҙең береһе - Афғанстан менән бәйле. Уның биографияһының бөтә эпизодтары тураһында ла асыҡ һөйләп булмайҙыр, моғайын. Әммә уның тормошона бәйле ваҡиғалар ҙа уға шәхсән һәм ошондай кешеләр хеҙмәт иткән ойошмаға ҙур хөрмәт уята. Яҡташыбыҙҙың үҙе һайлаған эшмәкәрлек өлкәһендә карьераһы бик шәп була тип билдәләп үтергә кәрәк. Ул үҙ ведомствоһында хатта юғары дәрәжәле кешеләр араһында ла абруйлы шәхестәрҙән һанала. Беҙ бының менән ғорурланабыҙ.Әле Ринат Тимер улы Өфөлә йәшәй.Бөгөн беҙ гәзит уҡыусыларына шул Афған осоро - һикһәненсе йылдар ваҡиғалары тураһында элекке чекистың хәтирәләренә нигеҙләнгән мәҡәлә тәҡдим итәбеҙ. Ул шулай уҡ туҡһанынсы йылдарға ла ҡағыла.

Әммә тәүҙә, әйҙәгеҙ, бер аҙ уҙғандарға әйләнеп ҡайтайыҡ.
Ринат класта иң яҡшы уҡыусы була. 2-се Стәрлебаш урта мәктәбен 1967 йылда көмөш миҙалға тамамлай. Мыҡты кәүҙәле, белемле егет алдында ниндәй ҙә институтҡа, университетҡа юлдар асыҡ. Ул хәрби хеҙмәтте һайлай.
Атаһы, күп йылдар район янғын часы начальнигы булып эшләгән Тимер Ғималетдин улы, ҡышын уҡ уның ҡарары тураһында белеп:
- Яҡшы ҡарар. Офицер булырһың. Ә бәлки, артабан да үрләрһең, - тип билдәләй ғорурланып.
Әсәһе, Зөбәржәт Асфин ҡыҙының да ҡарашы ыңғай була.
Ринат Ленинградҡа барып Ҡыҙыл Байраҡлы Юғары хәрби инженер-техник училищеһына уҡырға инә.
Бында ла биш йыл дауамында һәйбәт өлгәшә ул. Училищенан һуң Ҡыҙыл Байраҡлы Белоруссия хәрби округына йүнәлтмә ала.
Ә дүрт йылдан уның тормошонда ҙур үргәрештәр була. Ул СССР Дәүләт хәүефһеҙлеге комитеты хеҙмәтенә ҡабул ителә. Новосибирск ҡалаһында Юғары хәрби контрразведка курстарында белем ала.
1979 йылда ныҡлап ғәрәп телен өйрәнеү менән шөғөлләнә. Уның һүҙҙәре буйынса, тап ошо ынтылыш уның киләсәктә Дәүләт хәүефһеҙлеге органдарында карьераһын билдәләй. Советтар Союзы Афған ваҡиғаларына йәлеп ителгәндән һуң, СССРҙың Дәүләт хәүефһеҙлеге комитетына ошо илдең телен белгән белгестәр кәрәк була. Әминов оперхеҙмәткәрҙәрҙең беренсе төркөмөндә ашығыс рәүештә Афғанстандың күпселек халҡы - пуштундар һөйләшкән телде өйрәнергә тотона. Әйткәндәй, киләсәктә Әминов ошо илдең икенсе дәүләт теле - дари телен дә һәйбәт үҙләштерә.
Билдәле булыуынса, ошо күңелһеҙ Афған ваҡиғалары 1979 йылдың аҙағында, Афғанстанда граждандар һуғышы барғанда башлана. Хәтирәләрендә СССРҙың шул саҡтағы сит ил эштәре министры А.Громыко быға тиклем бер йыл алдан дуҫлыҡ, дуҫтарса күрше булыу һәм хеҙмәттәшлек итеү тураһында Совет-Афған килешеүенә ҡул ҡуйылыуын билдәләй. Шуға ярашлы, Афғанстан Хөкүмәте Афған халыҡ армияһына хәрби ярҙам күрһәтеү үтенесе менән Советтар Союзына бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә. Был үтенес оҙаҡ һәм ентекле тикшерелә. Һуңынан, КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы ошондай ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул итә. 1979 йылдың 25 декабрендә Совет ғәскәрҙәрен Афғанстанға индереү башлана. Бында инеү ауыр булмай, ә бына сығыу бик ҡыйынға тура килә. Беҙҙең 15 мең һалдатыбыҙҙың ғүмерен ҡыйған сит илдә иғлан ителмәгән һуғыш ун йылға тиклем тиерлек һуҙыла. Унда 118 стәрлебашлы ла ҡатнаша. Уларҙың дүртеһе һуғышта һәләк була.
Ринат Әминов Афғанстанда ике тапҡыр командировкала була: 1981 йылдан 1983 йылға тиклем һәм 1985 йылдан 1988 йылға тиклем. Афғанстан Республикаһында Афғанстандың милли хәүефһеҙлек хеҙмәте хәрби контрразведка органдарында СССР Дәүләт хәүефһеҙлеге комитеты Вәкиллегендә хеҙмәт итә. Советник функцияһын башҡара. Был ваҡытта уның менән бергә йәмәғәте Роза Вахит ҡыҙы ла була. Ул, әйткәндәй, 1968 йылда 2-се Стәрлебаш урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлай. Артабан Башҡорт дәүләт университетында белем ала.
- Дөйөм алғанда, шул осорҙа Афғанстанда хәл-торош ниндәйерәк булды? Контрразведка өсөн эш күп булдымы?
- Мин килер алдынан ғына, 1981 йылдың йәйендә, Баграм авиабазаһында хәрби припастар склады шартлаған, - тип хәтерләй Ринат Тимер улы. - Был моджахедтарҙың беренсе ҙур диверсия акцияһы була. Сит ил инструкторҙары ҡатнашлығында әҙерләнгән бик етди белгестәр эшләй быны.
- Хәл тағы ла нығыраҡ ҡатмарлаша, - тип дауам итте ул. - Афған яғы, атап әйткәндә, НДПА генераль секретары Бабрак Кармаль, беҙҙе даими рәүештә үҙебеҙҙең сәйәси көндәштәребеҙгә ҡаршы хәрби операцияларға этәрә. Тәүҙә үк беҙҙең хәрби командование тарафынан был планлаштырылмауға ҡарамаҫтан, беҙ көндән-көн һуғышҡа индек. Халыҡ күберәк ҡоралланған ислам оппозицияһын хупланы. Беҙҙең турала урындағы халыҡ араһында төрлө имеш-мимештәр бик тиҙ таралды, йәнәһе лә беҙ айыу тиреһе ябынған мөгөҙлө шайтандар, ә иң мөһиме, беҙ - «кафырҙар» һәм уларҙың ерен баҫып алырға, уларҙы икенсе дингә күндерергә килгәнбеҙ. Ҡайһы бер хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең тәртипһеҙлеге, халыҡты талау осраҡтары ла яҡшы мөнәсәбәттәр ҡороуға ҡамасауланы. Мәҫәлән, мин тәүге тапҡыр асыуы эсенә һыймаған аҡһаҡалдарҙан беҙҙең разведбаттың пуштундар ауылында ниндәй тәртипһеҙлектәр ҡылыуын ишеткәс, үҙ ҡолаҡтарыма ышанманым. Барыһын да ентекләп тикшерергә тура килде, сөнки беҙҙекеләр, ысынлап та, өйлә намаҙы ваҡытында урындағы мәсеткә инеп, барыһын да теҙеп ҡуйып, намаҙ уҡығандарҙың барлыҡ ҡиммәтле әйберҙәрен - аҡса, сәғәттәрен тартып алғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай осраҡтар бер генә булмай.
Күптәргә һуғыш шунда уҡ «төҫһөҙ», шыҡһыҙ булып күренгәндер, моғайын.
- Минең фараздарым буйынса тауҙа урынлашҡан ауылдарҙың береһендә фетнәселәрҙең хәрби припастар складын шартлатыуҙарын күрҙем, - тип хәтерләй Ринат Тимер улы. - Ҙур шартлау булды. Был ваҡытта ҡатындар һәм балалар зыян күрмәйенсә ҡалмағандыр, тип уйлайым. Шартлатылған хәрби припастар склады шул ваҡытта һәләк булған урындағы халыҡ ғүмеренә торошмо?
- Быға асыуланып, мин Ҡабулға остом, унда саралар күреү һәм ошондай осраҡтарға юл ҡуймау өсөн үҙемдең етәкселеккә доклад яһаным, - тип һөйләй артабан Ринат Тимер улы. - Һәм ошондай акциялар һөҙөмтәһендә Афған йәштәренең күбеһе оппозиция сафтарына баҫыуы ла ғәжәп түгел.
- Беҙгә ҡаршы партизандар һуғыш башланы, - тип дауам итә Әминов. - Беҙҙең подразделениеларҙың йыш ҡына арҡаһына пуля алыу хәүефе бар ине - ҡарап тороуға тыныс күренгән ауылдан сыҡҡанда десантсыларҙы улар утҡа тоталар ине. Урындағы халыҡ араһында йәшеренгән моджахедтарға ҡаршы һуғышыу ауыр ине. Улар урынды бик яҡшы белә.
Әминовтың һүҙҙәренә шуны өҫтәргә кәрәк. «Помяни нас, Россия» китабында билдәләнеүенсә, һикһәненсе йылдар уртаһында ил территорияһының 70 проценты тиерлек оппозиция тарафынан контролдә тотола. «Дух»тарҙың иҫәбе (йәғни, хөкүмәткә ҡаршы ғәскәрҙәр) 150 мең кешегә етә.
Артабан Ринат Тимер улының хәтирәләре шундай. Беҙ ҙур юғалтыуҙар менән барыуыбыҙҙы аңлай инек, әммә беҙ яңы Афған власын нығыта алманыҡ, тип фекер йөрөтә ул. Шуға күрә, аҡһаҡалдар һәм абруйлы дини кешеләр аша иң әүҙем ҡораллы моджахедтар отрядтары менән һөйләшеүҙе әүҙемләштерергә ҡарар ителә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа уларҙың автоколонналар һәм постарға һөжүмдәрен булдырмауға ирешә алалар.
НАТОның алдынғы илдәренең ҡатнашлығы Афған кампанияһының иң беренсе этаптарында билдәләнә. Әммә эш шунда, беҙҙең геосәйәси дошмандарыбыҙҙың эш-ғәмәлдәре үтә йәшәрен була.
- Улар күрше Пакистан территорияһынан ялланыусылар аша эшләне, - тип һөйләй Ринат Тимер улы. - Әгәр тәүҙә афғандар нимә етте, шуның менән һуғышһа, һуңынан уларҙа заманса һәм һөҙөмтәле ҡоралдар барлыҡҡа килә. Хәҙер был турала һөйләргә мөмкин, Афған һуғышында НАТО блогы вәкилдәренең ҡатнашлығын асыҡлауҙа беренсе аныҡ һәм документлаштырылған эпизод тап минең туранан-тура ҡатнашлығыма бәйле.
- Был нисек булды?
- 1983 йылдың 30 июлендә төш мәлендә контрразведка бүлеге сығанаҡтарының береһе мөһим мәғлүмәт еткерергә тип осрашыу талап итте. Уның һүҙҙәре буйынса, Әхмәд Шах Масуд контроллек иткән территориянан ниндәйҙер бик мөһим йөк тейәлгән каруан үтәсәк. Моджахедтар төркөмөндә, айырыу билдәләре буйынса, сит ил кешеләре, шул иҫәптән матур француз ҡатын да бар. Сит ил кешеләренән торған төркөм афған кейемендә, әммә барыһы ла ҡояштан һаҡлаусы күҙлектәрҙә була. Был иһә афғандарға хас түгел. Каруан ҙур була, һәм уны көслө һаҡсылар оҙатып бара. Һәм иң мөһиме, ошо төндә улар ҡуҙғалырға йыйына. Агент менән һөйләшкәндә уның дөрөҫ һүҙ һөйләүен аңланым, миндә шик булманы, шуға күрә мин ашығыс рәүештә иптәшем, мотоуҡсылар дивизияһы составында айырым разведка батальоны командиры, шул саҡта уҡ Советтар Союзы геройы Руслан Аушевтың ағаһы - Адам Аушев менән осраштым. Бергәләп беҙ дивизия командирына барҙыҡ, ул тәүҙә мәғлүмәткә ышанманы, сөнки Афған сығанаҡтары йыш ҡына имеш-мимештәргә нигеҙләнгән мәғлүмәт бирә ине. Әммә мин ныҡышып, дивизия командирын мәғлүмәттең дөрөҫлөгөнә ышандырҙым. Шул саҡ ул Ауышевҡа ике рота алып, каруан барған юлда засада ойошторорға бойороҡ бирҙе. Беҙгә, контрразведка хеҙмәткәрҙәренә, операцияларға йөрөү тыйыла ине. Әммә мин каруандың барған юлын күҙәтеү өсөн юғарыла уңайлы урын таптым. Минең оператив мәғлүмәтем раҫланырмы тип түҙемһеҙләнеп көттөм. айлы төндә сәғәт икеләр тирәһендә засада ҡоролған район бик ныҡ яҡтырып китте - осоусыларҙың үҙҙәренең парашюттарына таҡҡан яҡтырта торған бомбалары тоҡанды. Ҡаты алыш башланды, һөҙөмтәлә, беҙгә ярайһы уҡ ҡыҙыҡлы трофей эләкте. Беренсенән, ҙур күләмдә бадахшан лазуриты - шул саҡтағы хаҡтар буйынса миллион долларҙан ҡиммәтерәк күк төҫтә ҡиммәтле генә таш, ул моджахедтарға сит ил ҡоралын килтергән өсөн түләү булған. Бынан тыш, беҙ НАТОның топографик карталарын таптыҡ, унда пунктир һыҙыҡтар менән Пакистан территорияһына еңел моторлы самолеттарҙың хәрәкәт итеү маршруты билдәләнгәйне. Карталарҙа бәләкәй парашюттар менән урындағы подпольелағы моджахедтар өсөн йөк төшөрөү урындары билдәләнгәйне. Каруандан тартып алынған багажда бик күп видеокассеталар, фотопленкалар, спутник элемтәһе станцияһы бар ине. Фото-, видеоматериалдарҙа беҙҙең бәреп төшөрөлгән самолеттар, вертолеттар, танкылар һүрәттәре ине - был башҡарылған эш тураһында ниндәйҙер ҙур отчет, шулай уҡ Совет хәрби техникаһын ентекле анализлау өсөн кәрәк булғандыр, моғайын. Әммә сит илдең махсус хеҙмәттәренең үлтерелгән кешеһе - НАТО разведтөркөмөнөң каруанда булыуының төп дәлиле була. Унда беҙ Бөйөк Британия гражданины исеменә документтар таптыҡ. Мәскәүҙә һәм Ҡабулдағы матбуғат конференцияларында донъя йәмәғәтселегенә НАТО илдәренең ҡораллы моджахедтар берләшмәләренә туранан-тура ярҙам итеүенең кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәре күрһәтелде.
Артабан ҙур йәмәғәт резонансы булды, шул иҫәптә Бөйөк Британияла ла. Был операция өсөн мин Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ булдым. Ошо эпизодтан тыш, минең хеҙмәт итеү мәлендә Пакистанға бер самолетты ла урлап осороп алып китеү, шулай уҡ диверсиялар булманы. Өҫтәүенә, бер нисә моджахед агенты фаш ителде. Урындағы ырыу башлыҡтары һәм моджахедтарҙың командирҙары менән әүҙем һәм һөҙөмтәле һөйләшеүҙәр үткәрелде. Улар менән эшләү беҙҙең автомобилдәргә, постарға һөжүм итеүҙәрҙе бөтөрҙө, был, һис шикһеҙ, бик күп һалдаттарҙың ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалды.
Шуны өҫтәйек, Әминов шулай уҡ «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән дә бүләкләнә.
(Аҙағы киләһе һанда.)
Мансур ҒИЗЗӘУЛЛИН.
Фото Р.Әминовтың ғаилә альбомынан.
Читайте нас