Новости
20 Февраль 2020, 06:15

Әбей менән бабайҙы "табип" төп башына ултыртҡан

Табиптарға мөккибән китеп ышанабыҙ бит инде, бигерәк тә оло йәштәге кешеләр. Кисә Өфөлә лә шулай оло ғына әбей менән бабайҙың фатирына йәш кенә кеше шылтыратып килеп инә, "табипмын" ти, тикшереү үткәрергә килгәнлеген белгертә. Ҡулында ниндәйҙер аппараты ла була. Көтөлмәгән хәстәрлектән иреп, оло кешеләр шатланып ризалаша. Бәй, шатланмаҫлыҡмы ни, өйөңә килеп тикшереү үткәрһендәр әле!

"Табип" пенсионерҙарҙы ҡарағандан һуң, процедураларҙың түләүле икәнен аңғарта, мең һум аҡса һорай. Һуңынан, аҡсаны алып, телефон номерын ҡалдырып, китеү яғын ҡарай.

Оло кешеләрҙең ҡыҙҙары ҡайтҡас, ата-әсәһен ентекле тыңлай. Ниндәй медиктар килеүен белергә теләп, теге номер буйынса шылтыратып ҡарай, тик телефон зонала булмай сыға. Һуңынан ғына бер ҡатлы, ышаныусан пенсионерҙар алданғанын аңлай. Етмәһә, күршеләре ошоға оҡшаш мутлашыуҙы федераль каналдарҙың береһендә күрһәтеүҙәре хаҡында ла белгертә.

Мутлашыусылар аҙым һайын, шуға оло йәштәге туғандарға был хаҡта еткереп ҡуйыу хәйерле.

Фото: pixabay.com.
Читайте нас