Аптекаға килгәс, әбей шундағы эскәмйәгә ултырып, сумкаһынан янсығын сығарып, кәрәкле сумманы иҫәпләп алған да, янсыҡты кире сумкаһына тыҡҡан.
Шул уҡ эскәмйәлә ултырған ир, әбей арлы-бирле иткәнсе, янсыҡты урлап тайған. Унда дүрт мең һумдан ашыуыраҡ аҡса һәм банк картаһы булған.
Бурҙы тотҡандар. Красная Горка ауылынан 40 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше асылған.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ber-kemg-ishanis-yu-129928/