Новости
20 Февраль 2020, 06:10

Башҡорт телендә һөйләшәм

21 февраль – Халыҡ ара-туған телдәр көнө айҡанлы республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы Башҡорт дәүләт университетында Башҡортостан Башлығы грантын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса семинар уҙғарҙы.

– Мөҡәддәс бурыс – башҡорт телен һәм башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау, – тине Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина. – Бигерәк тә былтыр ярышта ҡатнашыу өсөн заявкалар күп ҡабул ителгән. Ике йыл һуҙымында төрлө йүнәлештә 42 проект ҡаралған, ә 12-һе һайлап алынған. Мәҫәлән, илебеҙ төбәктәрендә Башҡортостан көндәрен үткәреү – иң уңышлы проекттарҙың береһе.
Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкиндың сарала ҡатнашыусыларҙы башҡортса сәләмләп, башҡорт теленең киң даирәләргә үтеп инеүен йәнә бер мәртәбә иҫбатланы.
Башҡортостан Башлығының ижтимағи-сәйәсәт үҫеше буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары – милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса бүлек мөдире Гөлләриә Ялсыҡаева сығышында проект эштәренең мөһимлегенә баҫым яһаны.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы, башҡорт теленән халыҡ-ара диктант, “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсы, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһе һәм башҡа саралар башҡорт телен үҫтереүгә тос өлөш индерә.
Автор фотоһы.
Читайте нас