Новости
20 Февраль 2020, 06:21

Бөйөк Еңеүгә - яңы башҡорт киноһы

Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһында “Саптар” фильмын төшөрөү тамамланды.

Картинала Бөйөк Ватан һуғышындағы совет разведка төркөмө хаҡында һүҙ бара. Сценарий башҡорт шағиры, яугир Хәниф Кәримдең иҫтәлектәренә нигеҙләнеп яҙылған. “Саптар”ҙың режиссеры, сценарий авторы – шәхестең ейәне Роман Пожидаев.
Фильм Еңеү көнөнә ҡарай ҙур экрандарға сығасаҡ.
Фото: Instagram
Читайте нас