Новости
20 Февраль 2020, 06:02

Бәләнең сәбәбе ҡарҙамы?

Ғәҙәттән тыш хәл бөгөн баш ҡаланың Оло граждандар урамында теркәлә.

Маршрут буйынса йүнәлгән трамвай рельстан сығып, юл хәрәкәтен тотҡарлап, арҡырыға ултыра. Ҡоттары осҡан пассажирҙар тиҙ генә сығыу яғын ҡарай. Бәхеткә күрә, бер кем дә зыян күрмәй.
Социаль селтәрҙәрҙә инцидент шаһиттары үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша. Күптәр юлдарҙың ҡарҙан таҙартылмауына дәғүә белдерә, бәләнең тап ошо сәбәпле сыҡҡан тигән фекерҙәләр.
Ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара.
Фото: Инстаграм.
Читайте нас