Новости
20 Февраль 2020, 06:24

Бәхеттең башы - үҙеңде ихтирам итеү

Һәр кем бәхетле булырға ынтылалыр. Ә уның серҙәрен беләһегеҙме?

* Башҡаларҙың холҡонда, үҙен тотошонда кәмселектәр эҙләмәгеҙ. Ошо уҡ һыҙаттар үҙегеҙгә лә хас түгелме - абайлағыҙ әле.
* Һәр мәлдең, хәлдең яҡшы яҡтарын табырға тырышығыҙ. Күкте болот ни тиклем ҡаплаһа ла, ҡояш ерҙе йылытыуын, яҡтыртыуын дауам итә бит.
* Эш башлағанда гел һәйбәткә юрағыҙ. Уйҙарығыҙ яҡшыға ғына көйләнһен. “Мин быны булдыра алмайым” тиеүҙе онотоғоҙ. Хәйер, ҡулығыҙҙан килгәндең барыһын да эшләп, аныҡ һөҙөмтәләргә өлгәшә башлаһағыҙ, ул һүҙҙәр үҙенән-үҙе онотолор.
* Бер урында тапанмағыҙ, көн дә нимәгәлер өйрәнергә тырышығыҙ. Бөтәһен дә белеп бөтөп булмай, әммә туҡтауһыҙ үҫешкә ынтылыу мөһим. Камиллыҡтың сиге юҡ.
* Үҙегеҙгә ҡарата яҡшы ҡарашта, ихтирамлы булығыҙ. Үҙ-үҙен яратмаған кешенең йөрәген, күңелен башҡаларҙың ҡайнарлығы йылыта алмаҫ. Киреһенсә, үҙ баһаһы түбән булғандарҙы сит маҡсатта ҡулланырға әүәҫтәр ҙә юҡ түгел.
* Кешеләрҙе аңларға өйрәнегеҙ. Хәл-торошто баһалап, мәсьәләнең төрлө сиселештәрен табып ҡарағыҙ. Тормош хаталар аша өйрәнелә бит.
* Күңелегеҙгә ятҡан шөғөлдәр табығыҙ. Йәнде йылытҡан эш дәрт-дарман өҫтәр.
* Тик яҡшыға, яҡтыға ынтылыу - бәхетле кешене башҡаларҙан айырып торған төп үҙенсәлек.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас