Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
20 Февраль 2020, 08:55
Бөгөн Хәйҙәр Тапаҡов үҙенең олпат юбилейын билдәләй
Танылған яҙыусы һәм журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, "Атайсал" төбәк гәзите мөхәррире Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡовҡа бөгөн 65 йәш! Ир уҙаманын ғүмеренең байрамы менән ҡотлайбыҙ!
Хөрмәтле Хәйҙәр Ниғәмәт улы! Юбилейығыҙ менән! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, күңел көрлөгө, илһам ташламауын теләйбеҙ һәм әлбиттә, яңы әҫәрҙәр көтөп ҡалабыҙ!
Белешмә:
Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов 1955 йылдың 20 февралендә Йылайыр районының Һабыр ауылында тыуған.
1972 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Сибай медицина училищеһында уҡый, уны 1975 йылда тамамлап, фельдшер һөнәрен ала, һуңынан әрме сафтарында хеҙмәт итә.
1979—1984 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетында белем ала. Йылайыр, Ейәнсура райондарының һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында, һуңынан Һабыр ауылына ҡайтып, мәктәптә эшләй, Йылайыр районы «Башҡорт» совхозында партия кабинеты мөдире, Һабыр ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаларын да башҡара, бер аҙ Йылайыр районы хакимиәтендә лә эшләп ала.
2000 йылда Сибай ҡалаһына күсеп килеп, «Ирәндек» лицейында уҡытыу менән бер рәттән Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһын да етәкләй. 2010 йылдан «Атайсал» гәзитенең директоры (баш мөхәррире).
Хәйҙәр Тапаҡов — 20-нән ашыу повесть, 100-ҙән ашыу төрлө күләмдәге хикәйә, алты йыйынтыҡ авторы.
Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/B-g-n-H-y-r-Tapa-ov--ene-olpat-yubileyin-bild-l-y-130642/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"