Новости
20 Февраль 2020, 06:20

8-се класс уҡыусыһы иҫһеҙ ятҡан

Кисә баш ҡаланың Совет районына ҡараған йорттарҙың береһе янында иҫһеҙ ятҡан үҫмерҙе тапҡандар.

Уны тиҙ арала 22-се клиник дауаханаға алып киткәндәр. Әле үҫмер менән барыһы ла яҡшы, һаулығына хәүеф янамай. Бәлиғ булмаған баланың 8-се класс уҡыусыһы икәнлеге, дуҫтары менән алкоголле эсемлек ҡулланып ағыуланғанлығы, шул сәбәпле комаға киткәнлеге асыҡланған.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тикшереү әле тамамланмаған, хәл-ваҡиға тулыһынса асыҡланғас, Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 20.22-се статьяһына ярашлы ҡарар ҡабул ителәсәк. Был статья 16 йәшкә тиклемге бәлиғ булмаған балаларҙың иҫереп йөрөүе йәки спиртлы эсемлек эсеүе күҙәтелһә, уның ата-әсәһенә йәки законлы вәкилдәренә 1500-ҙән алып 2000 һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған.

Фото: telefakt.ru
Читайте нас