Новости
20 Февраль 2020, 08:59

2020 йылдың тәүге өс игеҙәк сабыйын Өфө бала табыу йортонан сығарҙылар

Мирас, Мөхәммәт һәм Гөлли исемле балалар 3 февралдә донъяға килде. Әлегәсә улар табиптар күҙәтеүендә булды. Бына, ниһайәт, улар ата-әсәһе Гөлгөнә һәм Азат менән өйҙәренә ҡайтты. Әйткәндәй, сабыйҙарҙың биш йәшлек Самир исемле ағайҙары ла бар.

Сыңғыҙовтарҙың үҙ торлағы юҡ - баҡсасылыҡ ширҡәтендә йәшәйҙәр һәм торлаҡ алыу өсөн сиратта торалар. Азат шәхси офтальмология клиникаһында эшсе булып эшләй. Тиҙҙән ишле ғаиләнең үҙ йорто булыр тип ышанабыҙ.

Фото: Т.Аманов

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2020-yildi-t-ge-s-ige-k-sabiyin-f-bala-tabiu-yortonan-si-ar-ilar-130005/
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Читайте нас