Новости
19 Февраль 2020, 06:24

Ҡырмыҫҡалы районында ике кеше һәләк булған...

Авария көндөҙ Боҙаяҙ ауылы янында, Өфө-Ырымбур автоюлының 50-се саҡрымында булған.

Әлегә билдәле булыуынса, Күмертауҙан 41 йәшлек ир "Volkswagen Polo" машинаһында светофорҙың ҡыҙыл утына туҡтаған "Daf" йөк машинаһына юғары тиҙлектә барып бәрелгән.
Һөҙөмтәлә еңел автомобилдең водителе һәм уның 35 йәшлек пассажиры (ҡатын кеше) шунда уҡ яраларҙан йән биргән.
Тағы ла бер пассажир, 10 йәшлек ҡыҙыҡай, дауаханала.
Аварияның сәбәптәре тикшерелә.
Һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Фото:Д.З. Ғилметдинов.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/irmi-ali-rayoninda-ike-keshe--l-k-bul-an-128141/
Читайте нас