Новости
19 Февраль 2020, 06:20

Янғын өс кешене алып киткән...

Үткән төндә Өфө районының Октябрьский ауылында шәхси йортта сыҡҡан янғында 1956, 1981 һәм 1992 йылғы ирҙәр һәләк булған.

Янғын тәмәкенән сыҡҡанға оҡшаған.
Был ирҙәр эсергә әүәҫлеге менән күптәнән танылған. Кисәге лә уларҙың иҫерек булғаны билдәле. Өлгәре көн участковый ошо йортҡа килеп, эскелекте туҡтатырға ҡушып, барыһын да өйҙәренә ҡайтарған, дүртәүҙең береһен күрше ауылға алып ҡайтҡан.
Әммә полиция хеҙмәткәре ҡайтып китеү менән компания ҡабаттан йыйналышып, эсеүҙе дауам иткән һәм был фажиғә менән тамамланған.
Ҡайҙа эскелек - шунда бәлә...
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Yan-in-s-keshene-alip-kitk-n-128162/
Фото: ВК-нан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас