Новости
19 Февраль 2020, 10:23

Һуҡыр ҡыҙҙы тапап ҡасҡан...

Өфөлә йәшәүсе 26 йәшлек һуҡыр ҡыҙ - Ксения Миңлебаева сираттағы тапҡыр кешеләр тарафынан битарафлыҡҡа, вайымһыҙлыҡҡа тап була. Уны юл күрһәтеп йөрөүсе эте менән китеп берғанда сүп йыйыусы машина бәрҙерә. Инцидент Октябрҙең 40 йыллығы урамындағы 7-се һәм 9-сы йорттар араһында кисә сәғәт иртәнге 11-ҙәр тирәһендә була. Ксения подъезынан сығып туҡталышҡа ыңғайлаған мәлдә иңбашына ҡаты бәрелеү һиҙә.

"Нимә булғанын аңламай ҙа ҡалдым, тротуарҙан китеп бара инем, унда машина ҡайҙан килеп сыҡҡандыр, - тип аптырай ҡыҙ. - Техниканың һаман да туҡтамауын ишетеп, таяғым менән кузовына һуға башланым. Ләкин ул хәрәкәтен дауам итте, мин йығылып киттем һәм, машина аҫтында ҡалып барыуымды уйлап, ҡысҡыра башланым. Нисектер ҡырға шыуышырға үҙемдә көс таптым. Эргәнән үтеп барыусы ҡатын торорға ярҙам итте".
Водитель үҙе тапатҡан ҡыҙға ярҙам итер урынға, авария урынан һыпыртыу яғын ҡарай. Шаһиттар тиҙ ярҙамға шылтырата. Бисара ҡыҙ тәүҙә ни булғанын да аңламай, шок хәлендә бер талай баҫып тора. Һуңынан ғына, иҫен йыйып, ЮХХДИ-ға шылтырата.

Күп тә үтмәй, хужалыҡ-коммуналь хеҙмәттәренән ҡаза күреүсе менән бәйләнешкә сығалар. Шулай уҡ артына ҡарамай ҙа хәрәкәт иткән, кеше тапап ҡасҡан машинаны ла асыҡлайҙар, ул сүп йыйыусы була.
Фажиғә урынына әйләнеп килеп, водитель был ҡыҙҙы һүгенеп әрләй башлай. "Лаяҡыл иҫерек ине, эте тегеләй-былай йөрөтөп, уны тәгәрмәс аҫтына этәрҙе", - ти. Бындай мыҫҡыллауға ҡыҙ түҙмәй, таяғын уға ташлай.

Фельдшерҙар килеп, бәхәсте туҡтата - бәлә күреүсене травмпунктҡа алып китәләр, бәрелеү-һуғылыуҙан уның аяҡтары күгәргән була.

Был фажиғәлә ғәйеплене ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре асыҡлар. Ә бына кешене авария урынында ташлап ҡасҡан водитель - ысын мәғәнәһендә намыҫһыҙ кеше.

Фото: ufacitiNews.
Автор: Миләүшә Сайтакова.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/u-ir-i-i-tapap-as-an-127539/
Читайте нас