Новости
19 Февраль 2020, 10:12

Таныш булмаған ирҙе индерһәң...

Баш ҡалабыҙ Өфөлә билдәһеҙ бер ир йәш ҡыҙҙы йортонда мәсхәрәләп, уның картаһындағы аҡсаһын үҙләштереп, енәйәт урынынан һыпырта.

Ғәйепләнеүсене полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала ҡулға алған, уны полиция бүлегенә килтергәндәр.
Асыҡланыуынса, ҡыҙҙы бер таксисит ир мәсхәрәләй һәм аҡсаһына айыу майы һөртә.

Зыян күреүсе ҡыҙ 16 февралдә кис көнө полицияға ғариза менән мөрәжәғәт итә. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ул йортона таныш булмаған бер ирҙе индерә. Тик ир ҡыҙға ни сәбәптәндер ташлана һәм яҡлауһыҙ ҡыҙҙы йортонда уҡ мәсхәрәләй. Ҡырын эшен башҡарғандан һуң, енәйәтсе мобиль ҡушымта ярҙамында ҡорбанының карта иҫәбенән 77 мең һум аҡсаһын үҙенә күсерә.

Ғәйепләнеүсене юл-транспорт полицияһы хеҙмәткәрҙәре тота. Уның баш ҡаланың билдәле бер такси хеҙмәтендә водитель булып эшләүе асыҡлана. Шуныһы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: йәш ҡыҙ нишләп йортона таныш булмаған кешене индергән һуң, етмәһә, яңғыҙы булған саҡта, аңлашылмай...
Читайте нас