2019 йылда коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр ике тапҡыр арттырылды. Һәр төбәк өсөн үҙ индексы билдәләнә. Иң юғарыһы Чечен Республикаһында – 6,5 процент, иң түбәне – Ненец автономиялы округында.
Рәсәй халҡын барыһынан да бигерәк коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙың артыуы борсой (48 процент). Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, 2019 йылдың тәүге яртыһында дөйөм сығымдарҙың иң ҙур өлөшөн тап коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр тәшкил итте.
Фото:
belnovosti.by