Новости
19 Февраль 2020, 10:13

Сабый үлгән. Сәбәбе – билдәһеҙ

Баш ҡала йорттарының береһендә фажиғә теркәлә. Атай менән әсәй карауатында ятҡан ай ярымлыҡ улдарының тын алмауын аңлап, шаҡ ҡата. Шунда уҡ “Ашығыс ярҙам” саҡырталар, әммә баланы бер нисек тә ҡотҡара алмайҙар. Сабыйҙың нилектән үлгәнлеге лә асыҡланмай.

Фажиғә урынына хоҡуҡ һаҡлау органы вәкилдәре саҡыртыла. БР буйынса Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, сабыйҙың вафатында криминал эҙ тойолмай. Суд-медицина экспертизаһы уҙғарыла, тәфтиш тикшереүе бара.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала сабыйҙар үлеме осраҡтарының үҫеүе күҙәтелә. 2019 йылда бер йәшкә тиклемге 241 бала төрлө сәбәптәр арҡаһында яҡты донъянан киткән, был 2018 йыл менән сағыштырғанда 19 осраҡҡа күберәк.
Фото: yandex.ru
Читайте нас