Кем хаҡлылыр, уны тәфтишселәр хәл итәсәк. Тик нисек кенә булмаһын, халыҡтың күпселеге Санкин яҡлы. Һәм бына билдәле булыуынса, уны “йондоҙ”ло адвокат яҡлаясаҡ. Ул – Меладзе һәм Соловьевтар ғаиләһенең адвокаты Шота Горгадзе. Юрист социаль селтәрҙәр аша Владимирға ярҙам итергә теләк белдергәйне. Ошо көндәрҙә Санкиндар уның тәҡдимен ҡабул иткән. Был турала Шота Горгадзе социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.
“Әле генә Владимир Санкиндың туғандары уны яҡлау буйынса тәҡдимемде ҡабул итте! Шулай булғас, мин был эште алдым һәм Өфөләге коллегаларым менән балаларҙы педофилдан яҡлаған Владимир өсөн ғәҙеллек эҙләйәсәкбеҙ. Ул үлтереүсе түгел һәм төрмәлә ултырмаҫҡа тейеш", – тигән Горгадзе.
Әйткәндәй, билдәле адвокат Владимир Санкинға бушлай ярҙам итәсәк.