Новости
19 Февраль 2020, 10:02

Операцияға барам тип ...

Салауат районының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре күреү буйынса инвалид ирҙе юлда туңып үлеүҙән ҡотҡарған. Был хаҡта “Салауат ерендә” баҫмаһының кеше яҙмышына битараф булмаған журналистары хәбәр итә.

Салауат Саҙрыев һәм Игорь Егоров составындағы юл-патруль хеҙмәте экипажы, төнгө сменаға сыҡҡас, трассала юл ситендә торған ирҙе күреп ҡала. Ул юлдан елдереүсе машиналарҙы туҡтатырға маташып, ҡул болғап ҡарай, әммә береһе лә уны алырға уйламай. Егеттәр ирҙе “иҫеректер, моғайын”, тип уйлаһа ла туҡтарға була, сөнки ваҡыт һуң, иргә ярҙам итеүселәр табылыуы икеле. Асыҡланыуынса, был һуҡыр инвалид, дауаханаға барырға тип, иртән иртүк юлға сыҡҡан булған.
Силәбе өлкәһенән Малаяҙ үҙәк район дауаханаһына яңғыҙ йүнәлгән ирҙе машинала йылындырып, хәлен белешкәндән һуң медицина учреждениеһына тиклем илтеп ҡуялар. Хеҙмәткәрҙәрҙең юлдағыларға кешелекле мөнәсәбәте, һиҙгерлеге маҡтауға лайыҡ. Ғөмүмән, эргәбеҙҙә ҡыйыу ир-егеттәрҙең күп булыуы һөйөнөслө. Яңыраҡ Йылайыр районындағы янғындан юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре алты кешене ҡотҡарғайны.
Фото: Тимур Шәрипҡолов фотоһы.
Читайте нас