Новости
19 Февраль 2020, 10:09

Мейестә - һарымһаҡлы тауыҡ

Бының өсөн бер тауыҡ, өс тырнаҡ һарымһаҡ, 40 грамм аҡ май, өс сәй ҡалағы тәмләткестәр, тоҙ, борос кәрәк.

Тәүҙә мейесте 180 градусҡа тиклем йылытырға ҡуябыҙ. Аҡ майҙы иретеп, ваҡланған һарымһаҡ, тәмләткестәр менән бутайбыҙ. Ҡалған һарымһаҡты нәҙек кенә итеп киҫәбеҙ. Тауыҡтың эсен дә, тышын да тоҙлап, борослайбыҙ. Уны бер нисә урындан тишкеләйбеҙ ҙә, киҫелгән һарымһаҡты ҡыҫтырабыҙ.
Тауыҡты формаға һалабыҙ ҙа, әҙер ҡатнашма менән буяйбыҙ. 40-50 минутҡа мейескә бешерергә ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас