Йырсы ғинуар айында Себер яҡтарында концерттар менән сығыш яһағайны, унда ҡала аралары бик алыҫ. "Акклиматизация тигән әйбер бар бит, бөтә ил ауырығанда мин генә ауырымайым", тип шаяртҡан ул. Шулай тип әйтеүе була, икенсе көндө үк температураһы күтәрелә. Өҫтәүенә кешенән ҡалышмайым тип, Төмәндәге ҡайнар сығанаҡта ҡойоноп сыға. Шунан һуң ауырый башлай, концерттарына уколдар ҡаҙап ҡына сыға, сәхнә артында табиптар ярҙам итергә әҙер генә тора. Ләкин Өфөләге сығышын күсермәй, үҙе әйтмешләй "улар бит алдан әҙерләнеп тора, кемелер концертҡа барам тип ире менән тиргәшкәндер, бәғзеләре балаларын ҡалдырып торор өсөн ҡәйнәһе менән аралаша башлағандыр", тип шаярта йырсы. Хәҙер Илһөйәнең хәле шәп, ул гастролдәрен дауам итә.
Йырсы кеше өйөнә ҡайтып инмәй тиерлек бит инде, таяҡтың ауыр башы яҡындарына төшәлер. Илһөйәнең дә улы бар, үҫеп еткән егет булһа ла, уға ла әсәй наҙы кәрәк. "Яҡшы әсә роле" бик һирәк эләгә миңә, тип борсола йырсы. Күңеле тыныс булһын өсөн, улы янында кеше тота икән. Ул ашарға бешереп, Илһөйә өйҙә булмағанда Нариманды үҙ ҡанаты аҫтына ала. "Әле лә күңел тыныс түгел", ти йырсы. Шуға ла ул улына көн дауамында әллә нисә мәртәбә шылтыратып тора.
Илһөйәгә сәләмәтлек юлдаш булһын. Күп таныштары "күпме йөрөргә була ул гастролдәрҙә, үҙеңде һаҡларға кәрәк", тип тәнҡитләй икән. Йырсының яуабы ябай: "Минең үҙемә сиктән ашҡан инде, минең бит улым бар, ул минең берҙән-бер балам, уның киләсәген ҡайғыртам".