Ойошманың тотороҡло булыуы ла юғары баһалана. Карьера үҫешен, белем алыу мөмкинлеген тәьмин итә алған эш биреүсенең дә баһаһы ҙур. Ҡатын-ҡыҙ өсөн коллективтағы һәйбәт мөнәсәбәт (32 %) ирҙәргә ҡарағанда (24 %) мөһимерәк. Ә бына ойошманың юғары статусы, компанияның ҙурлығы, корпоратив мәҙәниәт үҫеше бик аҙҙарҙы ғына ҡыҙыҡтыра.