Ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле, баш ҡалалағы коммуналь хеҙмәттәр тәүлек әйләнәһенә көсөргәнешле эшләй. Ҡала хеҙмәттәре юлдарҙы, ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыу йәһәтенән мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Эшкә бөтә коммуналь техника, эшселәр, урам һепереүселәр, төҙөлөш һәм ресурстарҙы һаҡлау ойошмалары техникаһы йәлеп ителде.
Өфө ҡалаһы хакимиәте граждандарҙы иғтибарлы һәм һаҡ булырға, тиҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра. Урамда эшләгән коммуналь техника транспорт хәрәкәтен тотҡарлауы ихтимал. Шуға күрә баш ҡала хакимиәте ваҡытлыса ҡыйынлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүҙе, коммунль хеҙмәттәргә ярҙам күрһәтеүҙе үтенә. Бинаның ҡыйығынан ҡар йәки боҙ төшөү хәүефе булһа, кисекмәҫтән идарасы компанияға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Йорт ҡала райондарындағы торлаҡ хужалығы идаралығы ҡарамағына инһә, үҙәк диспетчер хеҙмәтенә шылтыратырға мөмкин. Уның телефоны: 8 (347) 235-48-00.
Урам-юл селтәрен таҙартыу мәсьәләһе буйынса Өфө хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығындағы диспетчер хеҙмәтенә шылтыратырға була: 8 (347) 251-38-11. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә “112” номеры буйынса Ҡотҡарыу хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеү фарыз. Әйткәндәй, “112” номерына сим-картаһыҙ, аҡсаһыҙ, телефон клавиатураһына блок ҡуйылған осраҡта ла шылтыратырға мөмкин.