Новости
19 Февраль 2020, 06:29

Өфөлә һуҡыр ҡыҙҙы сүп-сар машинаһы төкөп киткән

Уға медицина ярҙамы талап ителгән.

Баш ҡалала йәшәүсе 26 йәшлек Ксения Миңлебаева тағы бер тапҡыр кешеләрҙең битарафлығы арҡаһында зыян күргән.
Көҙ айҙарында һуҡыр ҡыҙҙы, йөрөтөүсе эте менән автобусҡа ингәне өсөн, водитель юлда төшөрөп ҡалдырғайны.
Был юлы ҡыҙҙы, подъездан сығып туҡталышҡа китеп барған мәлендә, сүп-сар машинаһы төкөп киткән.
"Тәүҙә бер ни ҙә аңламаным. Этем менән йәйәүлеләр өсөн юлдан китеп бара инем. Унда машина нисек килеп сыҡҡандыр, билдәһеҙ. Тәүҙә ҡулбашымды төрттөрҙө. Унан һуң тағы бер тапҡыр бәрелеү тойҙом. Өҫтөмә машина менеп барғанын аңлап ҡалғас, таяғым менән кузовҡа һуға башланым. Тик ул туҡтарға уйламаны, мин тәгәрмәстәр араһында ятып ҡалды. Ныҡ итеп ҡысҡырыуыма бер ҡатын ярҙамға килде", - тип һөйләй ҡыҙ. Ә водитель урындан ҡасып китә, шаһиттар - "Тиҙ ярҙам"ды, ҡыҙ үҙе ЮХХДИ саҡырта. Махсус хеҙмәттәрҙе көткән ваҡытта водитель кире килә һәм Ксенияны, һин эскесе, көскә сайҡалып атлап бара инең, этең һине тәгәрмәс аҫтына үҙе һөйрәтеп индерҙе, тип кәмһетә башлай.
Инвалидты травмпунктҡа алып барғандар. Әлегә ул ЮХХДИ йомғаҡлауын көтә. Ә бына торлаҡ-эксплуатация идаралығы был водителде эштән ситләтмәгән дә.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/f-l--u-ir-i-i-sup-sar-mashina-i-t-k-p-kitk-n-127691/
Читайте нас