Ғаилә ағзалары йорт ихатаһын кәртәләп алыу өсөн бағаналар ултыртҡан булған. Штакетник менән һайғау алырға аҡсалары етмәгән, байтаҡ ваҡыт үтеп киткән. Тыуған еребеҙ, тыуған тупрағыбыҙ шул хәтлем дә уңдырышлы бит ул: ергә ҡаҙаҡ ҡаҡһаң да, сыбыҡ тыҡһаң да, бағана ултыртһаң да, ағас булып үҫеп китә. Мөғжизә был. Әле лә шундай хәл арҡаһында был йортто кәртәләргә тип ултыртҡан бер бағанаһы ботаҡланып үҫеп киткән. Хужаһы уны балта менән ботап ташлаған.
Быны күрә алмаған көнсөл әҙәмдәрҙең береһе полицияға шул турала хәбәр иткән. Үҫеп ултырған ағасты рөхсәтһеҙ киҫкәнһең, тип полиция хеҙмәткәре протокол төҙөгән, эште прокуратураға ебәргән. Был ике хеҙмәткәргә план үтәргә, эш күрһәтергә кәрәк бит, әйҙә “рөхсәтһеҙ ағас киҫеүсе”не тегеләй ҙә, былай ҙа һорау алыуға йөрөтә башлағандар, ҡалын бер делоға әллә күпме яҙыу һыҙып һалғандар. Һөҙөмтәлә быны судҡа биреп, һигеҙ мең һум штраф сәпәгәндәр. Енәйәтселеккә ҡаршы һөҙөмтәле көрәшкәндәре өсөн быларға премия яҙғандар, хатта ҡайһы береһенең погондарына яңы йондоҙҙар өҫтәләсәген әйтеп ҡыуандырғандар.
Көйөргәҙе районы.
Фото:
999.md