Новости
19 Февраль 2020, 10:29

"Атай-әсәйем мине аңламай"

Башҡортостан уҡыусыһы РФ Президенты эргәһендәге балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Анна Кузнецоваға шылтыратып, ата-әсәһенең ҡаты мөнәсәбәтенә зарланған.

Бала ата-әсәһен нимәлә ғәйепләй һуң? Баҡтиһәң, улар киске 11-ҙән һуң балаларының смартфонын тартып ала, экзаменға әҙерләнергә, кискеһен саф һауала йөрөргә мәжбүр итә икән. Был - ғәҙелһеҙлек, ти ҡыҙ. Был хәл буйынса Башҡортостандың балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле Милана Скоробогатова уҡыусы ҡыҙ, уның ата-әсәһе, шулай уҡ мәктәп етәкселеге менән осрашып һөйләшкән.
Социаль селтәрҙә бына нимә тип яҙған омбудсмен: "Һәр яҡ менән ысын күңелдән һөйләшеүгә өлгәшеүемә шатмын. Хәҙер уларҙы психолог менән эш көтә. Был ғаиләнең балалары менән конфликтты уңышлы хәл итерлек бөтә ресурстары бар. Педагогтар ҙа хәлде аңлап, ғаиләгә ярҙам итергә әҙер. Хәл-ваҡиғаны күҙәтеп барасаҡмын".

фото: be-health.org
Читайте нас