Новости
19 Февраля 2020, 06:16

Ҡар өҫтөндә табылған ике йәшлек баланың хәле нисек?

Ул, ниһәйәт, үҙаллы тын ала башлаған.

Мәләүез районының Нөгөш ауылында ҡаты һыуыҡ төндә табылған бала тураһында яҙып сыҡҡан инек. Ә баланың әсәһе был ваҡытта өйөндә лаяҡыл иҫерек йоҡлап ятҡан булған.

Бәләкәс бөгөн Республика клиник дауаханаһында. 10 февралдән алып малай яһалма вентиляция ҡорамалы аҫтында ятып, яңы үҙаллы тын ала башлаған. Уның биттәре һәм ҡулдары ныҡ туңған. Шулай ҙа ул яйлап төҙәлеүгә бара.

Уның янындаа олатаһы, ул табиптарға баланы ҡотҡарыуҙары өсөн рәхмәтен еткергән. Баланың әсәһенә ҡарата ике енәйәт эше асылды, әлегә тикшереү бара.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/ar--t-nd-tabil-an-ike-y-shlek-balani-h-le-nisek-128226/
Читайте нас