– Айһылыу Белорет медицина колледжын тамамланы, “Яҡтыкүл” шифаханаһында эшләй. Мәктәптә уҡытыусы булған Денис кейәүебеҙ менән ике бала үҫтерәләр, Әҙилә лә, Денис та – мәктәп уҡыусылары. Гүзәлебеҙ үҙ бәхетен сит ерҙә тапты, – ти әсәй кеше Гөлнур Мөҙәрис ҡыҙы.
Ҡырҙас мәктәбенең ун беренсе класын көмөш миҙалға тамамлағас, Гүзәл Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт-инглиз бүлегенә уҡырға инә. Дүртенсе курсты бөткәс, студенттар өсөн программаға ярашлы, тәжрибә туплау маҡсатында дүрт айға Америкаға эшкә китә.
Гүзәл Фәнзил ҡыҙы бында Пенсильвания штатында лагерҙа эшләй. Спорт яратҡан ҡыҙыҡай фитнес клубына йөрөй, ошонда таныша ла инде спорт клубы директоры, һинд егете Джесси менән.
Дүрт ай эшләгәндән һуң Гүзәл, тыуған яҡтарына ҡайтып, БДПУ-ла бишенсе курста уҡыуын дауам итә, сығарылыш имтихандарын бирә, диплом яҡлай. Әммә яҡташыбыҙ ҡыҙыл дипломын ҡулына алып өлгөрмәй, тағы Америкаға китеү өсөн билет алынған була. Аралар алыҫ булһа, ике йәш йөрәк араһында хистәр тәрәнәйә генә.
Тағы сит илгә сығып, өс ай үтеүгә, Гүзәл ата-әсәһенән кейәүгә сығырға фатихаларын һорай.
– Аптырап ҡалдыҡ. Шунда уҡ ризалыҡ бирмәһәк тә, бер аҙҙан “бәлиғ булғанһың, үҙең хәл ит” тип теләгенә ҡаршы төшмәнек. Балаңдың бәхетле булыуы һәр нәмәнән өҫтөн бит, – ти Бикйәновтар.
Америкаға барыу менән башта Гүзәл төрлө эштә йөрөгән. Медицина колледжына уҡырға ингәс, ә ул түләүле, ике-өс урында эшләгән. Был илдә шәфҡәт туташы дипломына эйә булыу өсөн ете йыл уҡырға кәрәк икән. Унан һуң Гүзәл тағы ла белемен камиллаштырып, өлкән шәфҡәт туташы һөнәрен алған, Фарго ҡалаһы дауаханаһында эшләй.
– Бөгөн инде юғары уҡыу йортонда уҡыуымды дауам итәм, өс йыл уҡыһам, анестезиолог-реаниматолог буласаҡмын, – ти Ҡырҙас ҡыҙы. – Ирем Джесси ҙа медицина юлын һайлап, әле һөйәкте урынына ултыртыу буйынса табиплыҡҡа уҡып йөрөй. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе унда беҙҙең илдәгенән бик күпкә алға киткән, әлбиттә.
Башта йәштәр Көньяҡ Америкала йәшәгән, унан төньяҡҡа күсенгән, Массачусетс штатының баш ҡалаһы Бостонда һигеҙ йылға яҡын йәшәйҙәр инде.
– Үҙебеҙ торлаҡ алғансы, ҡәйнәм, ҡәйнешем, килендәш, уларҙың өс балаһы менән бергә йәшәнек, хәҙер инде айырым йортло булдыҡ, – ти Гүзәл Сингх.
Август айында, ун йыл тигәндә, тәүге тапҡыр ғаиләһе менән тыуған яҡтарына ҡайтып төштө Гүзәл Фәнзил ҡыҙы. Интернациональ ғаиләлә ике ҡыҙ үҫә, Йәсмингә 8 йәш булһа, Грейси – 3 йәшлек. Өлкән ҡыҙҙары ата-әсәһе кеүек спорт менән мауыға, әле үк гимнастика өлкәһендә яулаған еңеүҙәре бихисап.
Американан килгән ҡунаҡтар гүзәл Башҡортостандың бик күп матур урындарына сәйәхәт ҡылған: Салауатта Ғимранташта, Ярлыҡапта Олоташта булғандар, Һаҡмар, Ҡыҙыл йылғалары буйҙарында ял иткәндәр, Ҡужандың бөҙрә ҡарағастарын күргәндәр, Шүлгәнташ мәмерйәһенә барғандар, “Магнитогорск-Металлург” тау-саңғы үҙәге, Мауыҙҙы күле һәм башҡа бик күп урындарҙа йөрөгәндәр, Гүзәлдең атаһы яҡлап та, әсәһенең туғандары ла уларҙы ихлас ҡунаҡ иткән.
– Ейәнсәрҙәребеҙҙе күреп, тупылдатып һөйөп алыу үҙе бер ҡыуаныс инде. Улар менән ым-ишара аша аңлаштыҡ, шулай булһа ла, нимә әйтеребеҙҙе аңлап тора бәләкәстәребеҙ. Кейәүебеҙ кәзә ите һорағас, ағайым кәзә һуйҙы, унан инде төрлө ризыҡтар яраштырҙыҡ. Әйткәндәй, тултырманы айырыуса яратып ашаны барыһы ла, – ти Гөлнур Мөҙәрис ҡыҙы.
– Үҙемдең милләтем менән таныштырыу маҡсатында ғаиләмде Нью-Йоркта үткән башҡорт һабантуйҙарына алып йөрөйөм. Башҡортостанға килгәс, Джесси ғәжәйеп тәбиғәтебеҙгә ғашиҡ булды. Ул шулай беҙҙә кешеләрҙең дүрт-бишәр сәғәт ҡунаҡ булыуына, өҫтәл янында, табында телмәр һөйләүҙәренә аптыраны. Ризыҡты күпләп ашауға ла хайран ҡалды, – ти Гүзәл Фәнзил ҡыҙы. – Америкала халыҡ үҙҙәре өсөн ваҡытты күп бүлә, сәйәхәт ҡылырға, ял итергә яраталар.
– Районда йәшәгән Айһылыуға ҡарағанда, Гүзәл менән йышыраҡ аралашабыҙ тиһәк тә була. Ватсап, скайп аша көн дә тиерлек күрешеп-һөйләшеп, яңылыҡтарыбыҙ менән уртаҡлашып торабыҙ, – ти Бикйәновтар. – Кешене яҙмыш йөрөтә, тиҙәр, ҡайҙа йәшәһәләр ҙә, балаларыбыҙ ғаиләләре менән һау-сәләмәт булһын, бәхетле йәшәһендәр.
Әбйәлил районы.