Новости
19 Февраль 2020, 10:03

11 бейәнең барыһы ла – быуаҙ

Иглин районында боҙ аҫтында ҡалған аттар тураһындағы видео күптән Интернет киңлектәрен урап сыҡты, һалҡын тоҙаҡта ҡалған малҡайҙарҙы ҡаһармандарса ҡотҡарған ир-егеттәрҙең батырлығына, сослоғона һоҡландылар.

Йылҡы малдарының хужаһы Сәғитйән Иҙиәтуллин уларҙың хәле тураһында һөйләгән. Был хаҡта “Комсомольская правда” баҫмаһы хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, 11 бейә лә быуаҙ булған. Шатлыҡҡа күрә, уларҙы йылытҡандар, ашатҡандар, ветеринарға күрһәткәндәр. Әле уларҙың һаулығына һәм ғүмеренә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай.
“Һалҡын тейҙереп өлгөрмәгәндәр, хәҙер барыһы ла ҡоп-ҡоро һәм туҡ. Әйткәндәй, туҡ булыу – йылҡы малы өсөн иң мөһиме”, – ти хужа.
Ваҡиға аттарҙы һыу эсерергә алып китеп барғанда булған. Боҙ йоҡарыуы сәбәпле, бейәләр бер-бер артлы һыуға сумған. Ҡотҡарыу операцияһында уҙамандар трактор ҙа ҡулланған.
Фото: ufa.kp.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/11-bey-ne-bari-i-la--biua-127115/
Читайте нас