Был салатты әҙерләү өсөн 300 грамм һыйыр ите, 200 грамм консерваланған ҡыҙыл борсаҡ, ике болгар боросо, бер баш ҡыҙыл һуған, ике тырнаҡ һарымһаҡ, 50 грамм грек сәтләүеге, бер бәйләм кинза, ярты сәй ҡалағы хмели-сунели тәмләткестәре, бер аш ҡалағы һеркә, тоҙ, борос, көнбағыш майы кәрәк.
Бешкән һыйыр итен турап, уға консерваланған борсаҡ һалабыҙ. Грек сәтләүеген ваҡлап, кинза, ваҡланған һарымһаҡ, һуған, һалам формаһында киҫелгән борос ҡушабыҙ ҙа ит ҡатнашмаһына өҫтәйбеҙ. Хмели-сунели тәмләткесе, тоҙ, борос, һеркә ҡушып, көнбағыш майы менән бутайбыҙ. 15-20 минуттан табынға ҡуйһаҡ та була.