Новости
17 Февраль 2020, 19:45

Йылҡы өйөрө боҙ аҫтына китә яҙған

Иглин районында йылҡы өйөрө саҡ фажиғәгә тарыманы. Йылҡы заводы хеҙмәткәре Сәғитйән Иҙиәтуллин әйтеүенсә, быға һауа шарттарының тотороҡло тормауы сәбәпсе.

- Аттар ғәҙәттәгесә боҙға менде, элек ул ярты метр ҡалынлыҡта туңа торғайны, - тип аңлатты ғәҙәттән тыш хәлде арғымаҡтар хужаһы.
Боҙ аҫтына китә яҙған хайуанҡайҙарҙы ҡотҡарыу операцияһы көсөргәнешле бара. Аттарҙы арҡан менән бәйләп, трактор ярҙамында һыуҙан тартып сығаралар. Бөтә хайуандар ҙа иҫән-имен, йәрәәхәтләнмәгән, тип хәбәр итә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Ҡотҡарыусыларға афарин! Ярай әле ваҡытында күреп ҡалыусылары, йәһәт кенә ярҙам итеүселәре табылған.
Фото: "Башинформ".
Дина Арсланова
Читайте нас