Новости
18 Февраль 2020, 06:57

“Ярты йылдан , бәлки, йәшел сәс менән йөрөрмөн, был да – ижад”

Милли эстраданың популяр артисы Радик Юлъяҡшин Мәскәүҙә Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә сәнғәт һөйөүселәр менән осрашты. 29 февралдә баш ҡаланың ете мең тамашасыны һыйҙырған “Crocus City Hall” майҙанында тәүге тапҡыр сығыш яһарға йыйынған йырсы ихласлығы, асыҡ күңеллеге менән был юлы ла үҙенең ижадына битараф булмағандарҙы йәнә һөйөндөрҙө, тип хәбәр итә KP.RU.

Яратҡан йырсыларын Башҡортостан тамашасыһынан башҡа Ырымбурҙа, Пензала, Һамарҙа, Силәбелә көтәләр. Мәскәүҙәге әлеге осрашыуға ике йөҙҙән ашыу кеше килде. Радик бер һорауҙы ла яуапһыҙ ҡалдырманы, ижадҡа ҡағылғанына ла, ҡағылмағанына ла иркенләп яуап бирҙе. Баҡһаң, ул кино геройы булырға ла ҡаршы түгел, тик мөхәббәт геройы булып түгел, ә комедияла ҡатнашыу теләге ҙур. Тамашасыларҙы уның имиджын йыш алмаштырыуы ла, хатта сәстәрен ни өсөн йыш буятыуы ла ҡыҙыҡһындыра.
”Беҙ бит - сәхнә кешеләре, ижадты ла, тышҡы ҡиәфәтте лә үҙгәртеп торорға кәрәк. Бәлки, ярты йылдан йәшел сәс менән дә йөрөрмөн әле, был да – ижад процесы”, - тип йылмайтты йыр-моң һөйөүселәрҙе йырсы.
-Мәскәү ҙур ҡала булһа ла, һәр саҡ кеше булып ҡалыу мөһим. Маһайыу һәм хәйләле уйҙарыңды ситкә ҡыуырға, яҡын кешеләреңә, әсәйеңә ҡарата булған мөнәсәбәтте һаҡларға кәрәк. Мәскәүҙә яҡшы кешеләр күп, бөтәһе менән дә эшләргә була, бары тартынмаҫҡа кәрәк, - ти ул.
Яҡташыбыҙға Мәскәүҙең киң сәхнәләрен, тамашасы һөйөүен яулауҙа бары уңыштар теләйбеҙ!
Фото:Likes.ru
Читайте нас