Новости
18 Февраль 2020, 07:13

Силәбелә юғалған Башҡортостан һалдатына нимә булған?

Контракт нигеҙендә Силәбе өлкәһендәге Сыбаркүл ҡалаһындағы хәрби часта хеҙмәт иткән 23 йәшлек егеттән айға яҡын хәбәр юҡ тип яҙғайныҡ инде.

Кисә уның табылыуы тураһында ишеттек. Ай буйы улының ҡайҙалығын белә алмайса ут йотҡан әсәгә кисә генә, ул Силәбе дауаханаһында, тип хәбәр иткәндәр. Бер нисә көндән уны Сыбаркүлгә күсерәсәктәр, ти һалдаттың әсәһе Зимфира. Бер ай буйы ҡайҙа, нимә эшләп йөрөгән улы, уның менән ни булған, ни өсөн дауаханала ята - ошолай уйлап борсола ҡатын.

Наил алдан бер нисә тапҡыр һөйләшкәндә әсәһенә хеҙмәттәштәре менән мөнәсәбәттә проблема барлығына зарланған, уның хатта түҙмәй казарманан ҡунаҡханаға күсеп сыҡҡанлығы билдәле.

- Частағы ыҙғыш күберәк аҡсаға бәйле икән. Офицерҙарҙың аҡса һығыу ғәҙәте бар, тигәне булды улымдың, шуға унда йәшәү мөмкин түгел тип ҡунаҡханаға күскәйне. Бәлки, юғалып тороуына шул да сәбәпсе булғандыр, - ти әсә.

Әсәнең һүҙҙәренсә, гарнизон етәкселеге улының юғалыуын йәшерергә маташҡан, хоҡуҡ һаҡлау органдарына ул турала хәбәр итмәй тороуын үтенгәндәр. Тағы шуныһы ғәжәпләндерә: Наил юғалғандан бер ай үткәс, уны хеҙмәтенән бушатҡандар. "Мине военкоматҡа саҡырттылар, бәлки, шунда күп һорауҙарға яуап алырмын", - ти Зимфира.

Фото: Ural-meridian.ru
Читайте нас